+15 °С
Болотло
Беҙ ҡала халҡын Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының «АРТ-ЛАБ» һөнәрмәндәр оҫтаханаһы менән танышырға саҡырабыҙ. 25 июнь көндө һеҙ оло байрамдың бер өлөшөнә әйләнерһегеҙ! Һеҙҙе беҙҙең ҡул эше оҫталарының ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, балалар өсөн халыҡ уйындары, арт-пространство (арт-арауыҡ) буйлап сәйәхәт, ҡулдан эшләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе, төрлө яңы һөнәрҙәргә өйрәтеүсе ижади дәрестәр көтә!
Беҙ шулай уҡ ҡалабыҙ һөнәрмәндәрен фестивалдә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бының өсөн һеҙгә 8-917-492-40-96 һандарына шылтыратырға кәрәк. Һеҙ фестивалдә үҙегеҙҙең оҫталыҡ дәресегеҙ менән сығыш яһай һәм үҙ әйберҙәрегеҙ менән күргәҙмә-һатыу эшен ойоштора алаһығыҙ.
25 июнь сәғәт 17:00-дә һөнәрмәндәр фестивалендә осрашырбыҙ!