Эйе, ғүмеренең һуңғы минутына тиклем ул эштә булды. Яуаплы эш башҡарҙы, гәзиттәге һәр материал уның аша үтте, хата китмәһен өсөн баш ҡалҡытмай уҡыны.
«Стерлитамакский рабочий» гәзитенең иң өлкән хеҙмәткәре, ярты быуаттан ашыу ғүмерен корректор эшенә арнаны Валентина Владимировна.
Үлеме лә уны эш урынында һағалап торған – 105 йыллыҡ тарихы булған гәзит тормошонда бындай хәл булғаны юҡ ине. Ул, хәрби поста торған һалдат һымаҡ, һуңғы һулышына тиклем баш ҡалҡытмай эшләне: хәле насарайып киткәс тә, яңы һанда сығасаҡ текстарҙы уҡыған, хаталарын төҙәтеп сыҡҡан… Ә бер нисә минуттан уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Эйе, Валя бар ғүмерен «Стерлитамакский рабочий» гәзитенә арнаны. Редакцияға 18 йәшлек кенә ҡыҙ сағында эшкә килгән Валя тиҫтәләрсә йылдар ғүмерен ошо гәзиттә намыҫ менән эшләп уҙғарҙы.
Корректор – ул үҙенә бер төрлө һөнәр. Кеше хатаһын табып, төҙәтеп ултырыу һәр кемең дә ҡулынан килә торған эш түгел. Ышаныслы, эшенә яуаплы ҡараған, тәжрибәле, һиҙгер, үткер күҙле Валентина Владимировна, гәзитең изге традицияларын, бәҫен һаҡлап, грамоталыҡ һағында торҙо. “Ул беҙҙең ышаныслы таянысыбыҙ ине, күҙебеҙ ине, уға беҙ, хеҙмәткәрҙәр барыбыҙ ҙа ышанып тапшырҙыҡ – гәзиттең биттәрен (полосаларҙы) Валя уҡыһа, тимәк, хатаһы булмай тигән һүҙ”, - ти коллегалары.
Көн дә донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, эш тип сабабыҙ. Яҡыныңды йәки яҡын танышыңды юғалтҡас ҡына аңлайһың – был донъяның фани ғына икәнлегенә йәнә бер төшөнәһең.
Бер йыл элек Валентина Владимировна берҙән-бер улын юғалтты. Был ауыр ҡайғынан арынырҙай күңел йыуанысын эшендә тапҡандыр, күрәһең. Тик ни ҡылаһың инде, барыһы бер йөрәккә төшә бит. Әсә йөрәге ауыр һынауҙарға сыҙай алмағандыр, хәҙер беҙҙең арала Валя юҡ инде. «Стерлитамакский рабочий» гәзите етемһерәп ҡалды. Хәйер, улар ғынамы һуң? Бер-нисә редакция һәм типография коллективын берләштергән Матбуғат йорто моңһоуланып ҡалды. Йөрәк илай, күңел һыҙлай... Бәхил бул, хеҙмәттәш!
“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы коллективы.