Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Июнь 2022, 06:35

Янғын һүндереү боронғо, көндәлек тормошобоҙҙа иң кәрәкле һөнәр

Стәрлетамаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр  буйынса дәүләт комитетының янғын һаҡсылары араһында Янғынға ҡаршы хеҙмәт подразделениелары араһында I Республика һөнәри оҫталыҡ ярыштары уҙҙы. Ҡаранай Моратов урамындағы 11-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Янғын һағы депоһы алдындағы майҙанда республиканың төрлө район-ҡалаларынан  барлығы 24 команда етеҙлектә һәм өлгөрлөктә көс һынашты. Таһыллыҡ  ярышына, алыҫ  араларҙы яҡын итеп, Урал аръяғы тарафтарынан да килеп еткәйнеләр.

 Ярыш тантанаһын асыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, дәүләт учреждениеларының Бөтә Рәсәй хеҙмәткәрҙәр профсоюзының Башҡортостан төбәк ойошмаһы рәйесе Рәшит Харрасов һәм башҡалар ҡатнашты. Рөстәм Фәрит улы ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, янғын һүндереүсе һәр саҡ иң изге һөнәрҙәрҙең береһе булыуын билдәләне.

– Ярҙамға мохтаж булғанда, иң элек һеҙ килеп етәһегеҙ. Хәрби поста үҙ эшенең оҫталары булғанға күрә халыҡтың йәне тыныс. Ошо ярыштарҙан сағыу тәьҫораттар алыуығыҙҙы теләйем, иң-иңдәр еңеүсе булһын әйҙә! – тигән теләктәрен еткереп, Рөстәм Ғәзизов Стәрлетамаҡ янғын часына Ҡала көнө һәм Химиктар көнөн уҙғарғанда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Фәрит Ғүмәров та ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләп,  тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте:

– Бөгөн беҙ яңы традицияға нигеҙ һалабыҙ. Был ябай ярыштар ғына түгел, ә иһә бер-берең менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу. Сараны ойоштороусыларға, ҡала хакимиәте етәкселегенә айырыуса рәхмәт. Ҡыйыулыҡ талап иткән һөнәр эйәләренә эштәрендә уңыштар, ғәҙел ярыштар, һәм, әлбиттә, “ҡоро шлангылар” теләйем, – тигән  тектәрен еткерҙе Фәрит Риф улы. Рәшит Харрасов иһә янғын һаҡсыларына таһыллыҡ, юғары профессионализм өсөн  “Башҡортостан Профсоюзы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” почёт билдәләре һәм маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Ниһайәт, сәмле ярыштар башланды. Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла һынау тотоп, үҙҙәренең юғары оҫталығын  иҫбатланы. Бик күптәре ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә етеҙ эш итә белеүен һәм рух ныҡлығын, ихтыяр көсөн күрһәтте.

Ярыштар түбәндәге этаптар буйынса уҙҙы:  янғын  һүндереүсенең  кейемен  һанаулы ваҡытта  кейеү,  тейешле әйберҙәр менән ҡоралланыу, һыу биреү өсөн автоцистернаны тоташтырып, утты һүндереү, сәпкә тейҙереү, бикле тимер ишекте асып инеү, зыян күреүсегә табип килгәнсе ярҙам күрһәтеү, янғын һүндереүселәрҙең күнегеү  башняһының 3-сө ҡатына тәҙрә аша, бейектә эш итеү һәм ҡотҡарыу ҡоролмаларын ҡулланып, зыян күреүсене ут эсенән алып сығыу һәм башҡа төрлө ярҙам саралары. Бындай сара, беренсе тапҡыр уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, тел тейгеһеҙ юғары кимәлдә үтте.

Ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә, кемделер өҫтөн ҡуйып йәки кемделер хөртөрәк тип әйтеп булмай. Ә шулай ҙа һәр ярыштың еңеүсеһе була. Был юлы ярыш йомғаҡтары буйынса Ишембай районы янғын һүндереүселәре (Петровский ауылы) иң шәбе тип табылды.

Уларҙан ҡала 16-сы янғын һағы часы беренселәрҙән булһа, икенсе урынды “Защита” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алды, 40-сы янғын һағы часы өсөнсө урынға сыҡты.

Афарин, егеттәр! Лайыҡлы еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ!

 

ВРЕЗ: Янғын һағы эшмәкәрлеге бынан йөҙ йыл элек ниндәй булған һәм әле нисек үҫешкән – күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ әле. Үткән йыл ҡоролоҡ арҡаһында  урмандар янып, ҡаты зыян күрҙе, янғындар  16 мең гектар ерҙе ялмап алды. Һуңғы  егерме йыл эсендә  бындай ҡот осҡос хәл булғаны юҡ ине. Әммә янғын һүндереүселәр ут артабан ауылдарға үтеп инмәһен өсөн бар көсөн һалды.

Ошо хәлдәрҙе иҫәпкә алып, республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса урман янғындарына юл ҡуймау өсөн (туғыҙ урманлы район биләмәһендә) программа ҡабул ителде.

Янғын һағында тороусылар ошо программа нигеҙендә  ике автобус, биш яңы  автоцистерна, ике меңдән ашыу артмаҡлы ут һүндергес алды. Хәҙер уларҙың янғынға ҡаршы вертолеты бар, шулай уҡ янғынға ҡаршы  катер дежурлыҡ итә. Республикала янғынға ҡаршы мониторинг системаһы индерелә, был янғын сыҡҡан урынды тиҙерәк табырға һәм ашығыс ярҙам итергә мөмкинселек бирә.

Яңы урман янғыны күҙәтелһә йәки ут янғынға ҡаршы һыҙатты үтһә, махсус сигнал бирелеп, был урынға ярҙам ебәрелә, янғынға ҡаршы хеҙмәт машиналары дежурлыҡ итә. Янғын таралыуына юл ҡуймау маҡсатында янғынға ҡаршы хеҙмәт машиналары әҙерлек һыҙығында тора.

Көндәлек тормошобоҙҙың ҡурсалаусылары булған, оло яуаплылыҡ, таһыллыҡ һәм тәүәккәллек талап иткән янғын һағы хеҙмәтендә эшләүселәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм, эштәрендә  лә, тормоштарында ла әлеге сәмле ярыштағылай тапҡыр булыуҙарын, ғаилә именлеге һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Роза САФИНА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

Янғын һүндереү боронғо, көндәлек тормошобоҙҙа иң кәрәкле һөнәр
Янғын һүндереү боронғо, көндәлек тормошобоҙҙа иң кәрәкле һөнәр
Автор:Роза Сафина
Читайте нас