Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Июнь 2022, 08:00

Башҡортостан һылыуҙары Төркиәлә «Мисс һәм Миссис Евразия-2022» конкурсында титулдарға лайыҡ булды

Анталияла (Төркиә) «Мисс һәм Миссис Евразия-2022» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы уҙҙы. Конкурс Европанан һәм Азиянан милли һәм төбәк матурлыҡ ярыштарында еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы йыйҙы.

Башҡортостан һылыуҙары Төркиәлә «Мисс һәм Миссис Евразия-2022» конкурсында титулдарға лайыҡ булдыБашҡортостан һылыуҙары Төркиәлә «Мисс һәм Миссис Евразия-2022» конкурсында титулдарға лайыҡ булды
Башҡортостан һылыуҙары Төркиәлә «Мисс һәм Миссис Евразия-2022» конкурсында титулдарға лайыҡ булды

Башҡортостан Республикаһы исеменән күп йылдар «MissBash Models» агентлығында шөғөлләнгән Нурсилә Исхаҡова һәм Юлиә Казакова сығыш яһаны.

«Миссис» категорияһында (кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар) «Башҡортостан һылыуҡайы-2021» исемен яулаған Нурсилә Исхаҡова ҡатнашты. Уға 31 йәш, сығышы менән Баймаҡ районынан. Нурсиләнең ғаиләһендә ике бала үҫеп килә. «Миссис» категорияһында ҡатнашыусылар өсөн тап ошо фактор мөһим.

Ә «Мисс» категорияһында Юлиә Казакова сығыш яһаны. Юлиәгә 24 йәш, Өфөлә тыуған, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Конкурс йомғаҡтары буйынса ике һылыуҡай ҙа тәүге унау иҫәбенә инде һәм аралаш этаптарҙа еңеүсе булды:

«Мисс Талант» – спорт-бал бейеүен башҡарған Юлиә Казакова;

«Миссис Милли һылыуҡай» – туған халҡы һәм төбәге менән яҡшы итеп таныштырған өсөн Нурсилә Исхаҡова. Ул «Байыҡ-2009» проектында еңеү яулаған «Һаҡмар һылыуы» бейеүен башҡарҙы.

Ҡыҙҙар диадема, наградалар менән бүләкләнде һәм башҡа халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарына саҡырыу алды.

Башинформ.

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас