Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Июнь 2022, 12:15

Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ, уландар!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районынан 64 үҫмер,  хәрби хеҙмәткә алынып, ил алдындағы бурысын үтәргә юл тотто.

25 июнь армияға китеүсе егеттәр һәм уларҙың ата-әсәләре (яҡындары)  өсөн иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе булып ҡалыр. Иртә таңдан Стәрлетамаҡ хәрби комиссариаты ҡапҡаһына үтеп инерлек түгел ине. Меңдәрсә  халыҡ үҙҙәренең ғәзиздәрен хәрби хеҙмәткә оҙатырға килгәйне. Кемдәрҙер улын, кемдәрҙер ейәнен, ә кемдәрҙер яратҡан егетен, дуҫын, класташын, һабаҡташын оҙата. Берәүҙәр яҡынын ҡосаҡлап илай, берәүҙәр йырлай, бәғзе берәүҙәр бейей, “Ныҡ бул!”, “Бирешмә!” тигән һүҙҙәр менән дәртләндерергә тырыша, дуҫ-иштәре буласаҡ һалдатты күккә сөйә.

Һәм, ниһайәт, иң тулҡынландырғыс мәл етә – яҙғы саҡырылыштың сираттағы партияһы ағзаларына хәрби комиссариат бинаһына инергә тигән команда яңғырай. Әле “танау аҫты кибеп тә етмәгән” үҫмерҙәр (бер йылдан ысын ир-егет булып ҡайтасаҡ улар!), иң кәрәкле әйберҙәр һалынған артмаҡтарын аҫып, хәрби комиссариаттың актовый залына уҙа.

Унда йәштәрҙе хәрби комиссар Рөстәм Ҡантимеров, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, йәмәғәт эшмәкәре, профессиональ хәрби, быға тиклем Рәсәй ДОСАФ-тың урындағы бүлексәһен етәкләгән Фәрит Миһранов ҡаршы ала. Улар буласаҡ һалдаттарға лайыҡлы хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, изге теләктәрен әйтте.

– Борон-борондан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, беҙ үҙебеҙ ҙә, илебеҙ ниндәй генә ауыр хәлдәрҙә ҡалғанда ла,  илебеҙ намыҫына тап төшөрмәнек. Бирешмәгеҙ, егеттәр! – тине аҡһаҡал Фәрит Миһранов. Был егеттәр, ысынлап та, тап төшөрөрлөк түгел, мәҫәлән, Ильяс Заһиҙуллин (фотола өләсәһе Рәмилә Дәрүиш ҡыҙы менән) ҡаланың 2-се мәктәбен дә, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжын да тик “бишле”ләргә тамамлай һәм социаль туризм буйынса һөнәр ала, әммә егет киләсәген, олатаһы Зәбир һымаҡ, хәрби  хеҙмәт менән бәйләргә йыйына, ул Свердловск өлкәһенә уҡсылар хәрби часына юлланасаҡ.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандарының имам-хатибы Ришад хәҙрәт һәм Стәрлетамаҡ районы Соколовка ауылының “Всех скорбящих Радость”  ғибәҙәтханаһы руханийы  протоиерей Алексей, алда  әйтелгәндәрҙе ҡеүәтләп, буласаҡ һалдаттарға фатихаларын бирҙе. Ришад хәҙрәт: “Ҡайһы ғына динде тотһаң да, Аллаһы тәғәлә бер. Иң мөһиме, Аллаһтың барлығын, берлеген иҫегеҙҙән сығармағыҙ!” тигән изге теләктәрен еткерҙе.

Хәрби билеттарҙы ҡулдарына алған егеттәр автобустарға инеп ултырҙы. Алда уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн дә  бер йыллыҡ хәрби  тормош башлана. Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, ир намыҫына, ил намыҫына тап төшөрмәгеҙ, лайыҡлы хеҙмәт итеп, егет ҡорона инеп, сынығып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын һәммәгеҙгә лә, уландар!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Сергей Крамсков һәм автор фотолары.

Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ, уландар!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас