Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2022, 12:00

Нәзифә Ҡадирова – Өфөнөң Почетлы гражданы

Өфө ҡала Советының 16-сы ултырышында башҡорт эстрадаһы йырсыһы Нәзифә Ҡадироваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме тапшырылды.

Нәзифә Ҡадирова – Өфөнөң Почетлы гражданы
Нәзифә Ҡадирова – Өфөнөң Почетлы гражданы

Юғары һөнәри оҫталығы, мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, Башҡортостандың һәм Өфөнөң музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн ул ошондай мәртәбәле исемгә лайыҡ булды.

– Баш ҡалабыҙҙың почетлы гражданы булыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Мин 50 йылдан ашыу Башҡортостан мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә хеҙмәт итәм. Ошо ваҡыт эсендә донъяның яртыһын гиҙеп сыҡтым, әммә һәр ваҡыт яратҡан Өфөмә әйләнеп ҡайттым, – тине Нәзифә Жәүәт ҡыҙы.

Нәзифә Ҡадирова – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы. Уның репертуарында рус һәм сит ил романстары, рус, башҡорт халыҡ йырҙары, шулай уҡ Рәсәй композиторҙарының әҫәрҙәре бар.

– Нәзифә Жәүәт ҡыҙы «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә күптән лайыҡ. Ул оҙаҡ йылдар өфөләрҙе генә түгел, илебеҙ халҡын да үҙенең ысын мәғәнәһендә бөйөк таланты менән ҡыуандыра. Нәзифә Жәүәт ҡыҙына артабан да ижади уңыштар, яратҡан һәм йәмғиәт өсөн файҙалы эше менән шөғөлләнеүен дауам итеүен теләйем, – тип билдәләне ҡала округы башлығы, Өфө ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов.

Белешмә

«Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме 1969 йылдан тапшырылп килә. Ошо ваҡыт эсендә уға 47 кеше лайыҡ булды. Әле 20 кеше ошо маҡтаулы исемде йөрөтә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: