Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2022, 09:43

Башҡортостан Башлығы Зариф Байғусҡаровты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа 30 июндә, парламентарийға 55 йәш тулған көндә, республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостан Башлығы Зариф Байғусҡаровты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы Зариф Байғусҡаровты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

«Уңышлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VII һәм VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаровты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләргә», — тиелә рәсми хәбәрҙә.

Зариф Байғусҡаров — парламенттың түбәнге палатаһында Башҡортостандан иң эшлекле депутаттарҙың береһе. Ул тиҫтәгә закон проекты авторы һәм авторҙашы булды, уларҙың күпселеге ҡабул ителде һәм эшләй. Ул федераль закон проекттарына йөҙҙән ашыу төҙәтмә индерҙе, уларҙың барыһы ла ҡабул ителде.

Уның иң популяр закондарының береһе — халыҡҡа урмандағы ҡоро ағасты йыйыу хоҡуғын биреү, шулай уҡ «суррогат» һатҡан өсөн ҡаты яза тураһында закон.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: