Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2022, 08:50

Рәсәйҙә 100 һумлыҡ яңы аҡса әйләнешкә индерелде

Рәсәйҙең Үҙәк банкы яңы 100 һумлыҡ аҡса сығарҙы.

Рәсәйҙә 100 һумлыҡ яңы аҡса әйләнешкә индерелде
Рәсәйҙә 100 һумлыҡ яңы аҡса әйләнешкә индерелде

Уның дизайны яңы, 200 һумлыҡ купюра кеүек көсәйтелгән һаҡлағыс комплексы бар.

Бер яғында — Мәскәү Кремленең Спас башняһы, икенсе яғында Совет Һалдатына ҡуйылған Ржев мемориалы төшөрөлгән.

Банкнота зәйтүн-ҡыҙғылт һары төҫтә, махсус QR-коды ла бар, уның аша Рәсәй банкының сайтына инергә мөмкин.

Үҙәк банкта белдереүҙәренсә, яңы аҡсалар әйләнешкә яйлап индерелә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: