Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн дә ғаилә – ул ышыныслы терәк-таяныс, энергия һәм илһам сығанағы. Ул беҙҙең тормошобоҙҙо мәғәнәле итә, теләһә ҡайһы ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә. Ғаилә эсендә беҙ шатлыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ һәм ҡыйынлыҡтарҙы бергәләп кисерәбеҙ.
Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы, бөтә йөрәктән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт, бәхетле, мул тормош теләйем. Һәр ваҡыт яҡындарығыҙҙың хәстәре һәм иғтибары солғанышында йәшәгеҙ. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлағыҙ, арттырығыҙ һәм уларҙы быуындан-быуынға тапшырығыҙ әйҙә. Байрам менән!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.