Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 10:48

Башҡортостан Башлығы Бөрө районы йәмле Шәмсетдин күле буйында урынлашҡан «Mia Terra» глэмпингы менән танышты

Быйыл июндә шәхси эшҡыуар Елена Классен-Морилова элекке «Башҡортостан Артегы» шифахана-һауыҡтырыу лагеры биләмәһендә «Mia Terra» глэмпингын асҡан.  

Башҡортостан Башлығы Бөрө районы йәмле Шәмсетдин күле буйында урынлашҡан «Mia Terra» глэмпингы менән таныштыБашҡортостан Башлығы Бөрө районы йәмле Шәмсетдин күле буйында урынлашҡан «Mia Terra» глэмпингы менән танышты
Башҡортостан Башлығы Бөрө районы йәмле Шәмсетдин күле буйында урынлашҡан «Mia Terra» глэмпингы менән танышты

Бөрө районы йәмле Шәмсетдин күле буйында урынлашҡан глэмпинг туғыҙ комфортлы кемпингтан тора. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрө районы буйлап эш сәфәре барышында яңы ял базаһының эше менән танышты.

Республика Башлығы эшҡыуар менән глэмпингты үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Уның һүҙҙәренсә, йыл әйләнәһенә йәшәү өсөн 8 бүлмәлек ҡунаҡхана асыу ниәте бар, хәҙер шуның өсөн капиталь бинала төҙөкләндереү эштәре бара.

«Бында уңайлы шарттар булдырылған, күңел һалып эшләгәндәре күренеп тора. Туристар өсөн ошондай шарттар тыуҙыра алғанығыҙ маҡтауға лайыҡ! Тәбиғәт тә матур, республикала ошондай ял итеү урындары күберәк булырға тейеш», — тине Радий Хәбиров.
 
Башинформ.
Башҡортостан Башлығы Бөрө районы йәмле Шәмсетдин күле буйында урынлашҡан «Mia Terra» глэмпингы менән танышты
Башҡортостан Башлығы Бөрө районы йәмле Шәмсетдин күле буйында урынлашҡан «Mia Terra» глэмпингы менән танышты
Автор:
Читайте нас