Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 11:00

Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһына 45 тонна төҙөлөш материалы һәм эсәр һыу оҙатты

Бөгөн Башҡортостандан Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар йөк тейәлгән ылау юлланды.

Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһына 45 тонна төҙөлөш материалы һәм эсәр һыу оҙаттыБашҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһына 45 тонна төҙөлөш материалы һәм эсәр һыу оҙатты
Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһына 45 тонна төҙөлөш материалы һәм эсәр һыу оҙатты

Был юлы республиканан 5 фуранан торған колонна юлға сыҡты, улар 44 тонна төҙөлөш материалы һәм бер тонна эсәр һыу алып бара. Тәҙрә-ишектәр һәм комплектлаусы әйберҙәр Петровский ауылының генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбенә капиталь ремонт эшләү өсөн тотонола.

Бынан тыш, Башҡортостан табиптары ла Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды. Уларҙың төп маҡсаты — урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү.

«Ошо кескәй, ләкин ныҡлы аҙымдарыбыҙ туғандаш республикаларҙың халҡына тыныс тормошҡа һәм нацизмды еңеүгә өмөт бирә. Хәйерле сәғәттә!», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин телеграмда.

 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас