Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 11:35

«Йылы мөнәсәбәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы.

«Йылы мөнәсәбәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ»«Йылы мөнәсәбәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ»
«Йылы мөнәсәбәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ»

«Бөрө. Матур, боронғо һәм заманса ҡала. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән! Йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлағыҙ», — тигән яҙмаһы менән уртаҡлашты ул «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе эш сәфәре менән Бөрө ҡалаһында. Бөгөн унда республика ғаилә фестивале бара. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн күңел асыу саралары, йәрминкә һәм аш-һыу байрамы ойошторола, шулай уҡ Рәсәй йондоҙҙары Наталья Сенчукова менән Виктор Рыбин ҡатнашлығында концерт була.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас