Шулай уҡ «Ғаилә» хеҙмәте белгестәре фоторамдар эшләү буйынса «ғаилә архивы» тигән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Бынан тыш, үҙәк хеҙмәткәрҙәре страздар менән биҙәп балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең сәстәрен үрҙе, биттәренә аквагрим һалды, асфальтта һүрәт төшөрҙөләр. Сара барышында бүҙәүестәр, ҡул эштәре һатып алырға мөмкин булды. Һуңынан аниматорҙар парады үтте.
Ә шулай ҙа байрамдың иң сағыу мәле – Йәштәр аллеяһында никах теркәү булғандыр. Сөнки бында ғашиҡ парҙарға теркәү таныҡлығынан тыш, «Идеал ир» һәм «Идеал ҡатын» беләҙектәре тапшырылды. Уларға «Күҙәтеү тәгәрмәсе»ндә бергәләп бушлай бәүелергә мөмкин булды. Ә Милена Восканян башҡарыуындағы йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Матур байрамдар әллә күпме үтеп торһа ла, ғаилә өсөн иң ҡәҙерле байрамға әйләнгән ошо 8 июлдә ойошторолғанын беҙ айырыуса көтөп алабыҙ. Ҡала паркында үткәрелгән быйылғы саралар күңел балҡышына әүерелде.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.