Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Июль 2022, 10:00

“Рәсәй тәмдәре”ндә - башҡорт балы

14 – 17 июлдә Мәскәүҙә “Рәсәй тәмдәре” гастрономия фестивале уҙғарыла. Унда илдең 65 төбәгенән 300-гә яҡын компания ҡатнаша. Башҡортостан унда бал, үлән сәйе, талҡан, шулай уҡ ит деликатестары кеүек милли брендты тәшкил иткән тауарҙарҙы алып бара.

“Рәсәй тәмдәре”ндә - башҡорт балы“Рәсәй тәмдәре”ндә - башҡорт балы
“Рәсәй тәмдәре”ндә - башҡорт балы

“Башҡортостан ике йыл дауамында “Рәсәй тәмдәре” фестивалендә иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булды. Ул продукцияны ситтән тороп тәҡдим итте. Хәҙер иһә гастрофестивалдә үҙебеҙҙең тауарҙар менән туранан-тура таныштырыу мөмкинлеге тыуҙы! Етештереүселәребеҙ был эште уңышлы атҡарып сығыр, Мәскәү халҡы, ҡунаҡтары тәбиғи һәм сифатлы башҡорт ризыҡтарын тейешенсә баһалар тип ышанабыҙ”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Гастрономия байрамы 22 майҙансыҡта ойошторола. Фестивалдең төп зоналарының береһе – Горький паркында. Бында ҡунаҡтарҙы ижад, һөнәрселек, кулинария буйынса оҫталыҡ дәрестәре, фуд-корт, артистарҙың сығышы көтә. “Рәсәй тәмдәре” милли конкурсы илебеҙҙең гастрономия картаһын төҙөү мөмкинлеген бирҙе. Былтыр ғына унда бөтә төбәктәрҙән тиерлек 720 үҙенсәлекле бренд ҡатнашты.

Фестивалдең майҙансыҡтары һәм программаһы тураһында ентекле мәғлүмәт менән https://russiantastesfest.ru/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.

https://bashgazet.ru

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Автор:
Читайте нас