Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Июль 2022, 12:45

ТУҠТАРҒА КӨС ТАПҠАНДАР

Ҡалабыҙҙа аноним алкоголиктарҙың бер-береһенә терәк булыуын бер нисә йыл күҙәтеп, яҡтыртып барабыҙ. Әле редакцияны юллап килгән геройҙарымдың икеһен дә бер нәмә берләштерә: улар аноним алкоголиктар йыйылған урынға килеп күренгән көндән алып бына бер нисә йыл  инде спиртлы эсемлекте тамсы ла ауыҙҙарына алғандары юҡ.  Илгиз һигеҙ, ә Әлфиә дүрт йыл инде айыҡ тормош алып бара, башҡаларға ла был көрсөктән сығырға ярҙам итә.

Өҫ-баштарына, кейемдәренә ҡарағанда,  ҡаршымдағы ир менән ҡатындың ҡасандыр хәмер ҡоло булыуҙарына ышанып та булмай тиерлек. Мин уларҙың икеһенән дә үҙҙәренең бынан бер нисә йылдар элек хәмер һаҙлығына нисек батыуҙары тураһында һөйләүҙәрен һораным.

Илгиздең ғаиләләрендә  атаһы эскән булған. Тәү тапҡыр «Рояль» тигән спиртлы  эсемлекте ул 16 йәшендә ауылда иптәштәре менән «тәмләп» ҡарай һәм үҙенең иҫерек сағын шул тиклем оҡшата, был ғәҙәтенән оҙаҡ ҡына  айырыла алмай тиергә лә була.  Егет 18 йәшендә өйләнә, 20 йәшендә беренсе тапҡыр атай була. Насар ғәҙәттән айырылырға ашыҡмай. Заводта аппаратсы булып эшкә төшкән егет эштән һуң «төшөрөргә» ярата. Әлбиттә, ғаиләһе тарҡала. Шуға ҡарамаҫтан,  Илгиз технология техникумын тамамлай, юғары белем ала, әлеге ваҡытта Себер тарафтарында уңышлы эшләп йөрөй.  Ләкин ошо яҡты көндәргә килеп еткәнсе әсәһенең эскесе улын нисә тапҡыр үлемдән йолоп ҡалғандарын, йоҡоһоҙ төндәрен иҫәпләһәң… сәстәр үрә торорлоҡ. Әйткәндәй, егеттең атаһы 47 генә йәшендә иҫерек килеш бәхәс ҡубып, туҡмалып үлә. «Нисек эсеүеңде ташланың?» тигән һорауыма ул: «Мине наркологияла дауалап арыған табиптар бер көн килеп, башҡа беҙгә киләһе булма, беҙ һине алмаясаҡбыҙ» тип ҡәтғи әйтеп сығарҙылар», - ти. Шунда Илгиздең башына ҡылт итеп ҡасандыр ишетеп ҡалған «аноним алкоголиктар» ойошмаһы иҫенә төшә… Һәм ул бөтә тырышлығын һалып интернетта соҡона  торғас, уларҙың адрестарын таба.  Шунда барып ҡушылғандан бирле 8 йыл үтеп киткән, бер тамсы ла эскәне юҡ икән. Эсмәүе үҙенә файҙаға киткән, өс ҡатын алып айырған, барлығы өс улы, бер ҡыҙы бар. Өс ҡатыны менән дә дуҫтарса мөнәсәбәттә, балаларын ярҙамынан ташламай. Мосолманға өс ҡатын алырға ярай тиһәләр ҙә, Илгиз өс ҡатыны менән генә сикләнергә уйламай, ахрыһы. Быны ул үҙе лә йәшермәй…

Әлфиәгә килгәндә, ул эскеселәр ғаиләһендә тәрбиәләнә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, тырышып уҡый, Ырымбурҙа юғары белем ала. Тормошҡа сығып бала таба, Афған һуғышында психикаһы боҙолоп ҡайтҡан ире эсеп көн күрһәтмәй башлағас, айырылырға мәжбүр була. Матур вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, яйлап ҡына шарап эсә башлай, ярты стакан, бер стакан, ике стакан…өҫтәлгәндән-өҫтәлеп кенә тора. Һәр эш аҙнаһының аҙағында, йәғни, йома көндө  байрам итеү ғәҙәтенә инә. Иң аянысы  ул яңғыҙ эсергә әүәҫләнеп ала һәм үҙенең был көнгә төшөүенә үҙе аптырай.  Ҡыҙы матур уҡып, Екатеринбургҡа уҡырға сығып китә.  Шулай ҙа уҡып бөтөп, Стәрлетамаҡта ҡалған һөйгәне янына ҡайтып тормошҡа сыға ла, киренән Екатеринбургҡа юллана. Ул әсәһе янына инеп тормай…

«Бөгөнгөләй хәтеремдә 2018 йылдың 7 апреле… Ғәҙәттәгесә, тәҙрәнән ҡарап ултырҙым. Шунда эске аңым «Бөтөнләй үк бөткән кеше түгелмен дә инде…» тигән уй бирҙе башыма, шул саҡ өҫтәлдәге салфетка араһынан «аноним алкоголиктар» берлеге тигән визитка таптым. Һәм күрһәтелгән номерҙарҙы йыйып, миңә һеҙҙең ярҙам кәрәк, тинем. Шул көндө мин был ойошмаға барып, үҙемә остаз таптым», - тип хәтерләй Әлфиә. Ошо көндән башлап 10 йыл  буйы эскән ҡатын «рүмкә»гә башҡа үрелмәй. Иғлан яҙылған ҡағыҙ киҫәген ярты йыл элек уның почта тартмаһына һалып киткән булалар, «бәлки кәрәге сығыр» тип, уны Әлфиә үҙе салфетка араһына һалған була. Ә ысынында иһә әсәһенең ошолай яфаланыуҙан ҡотолоу юлын ҡыҙы уйлап тапҡан  һәм әсәһе йәшәгән йорттоң почта тартмаһына һалып китә… Хәҙерге көндә Әлфиә – бәхетле өләсәй, үҙе һымаҡ хәмер арбаһына ултырғандарға ярҙам итә.

Эйе, шулай үлер сиккә етә яҙып, эшлектән сығып еткән мәлдә үҙ- үҙен ҡулға алыр көс табыусылар ҙа бар. Төҙөк, бай донъялар, ғаилә ҡороп яңынан йәшәй башлаусылар күп. Донъяға ҡараш үҙгәргәнме, йәшәү инстинкттары тоҡанғанмы, күңелдәрен бушатҡандармы –  уныһы беҙгә билдәһеҙ, һәр кем үҙе генә аңлаған юлдар аша айыҡ тормошҡа ҡайта. Тик заяға уҙған ваҡыттары, юҡҡа-бушҡа ҡаҡшаған һаулыҡтары йәл.

Римма ҒӘЛИМОВА.

ТУҠТАРҒА КӨС ТАПҠАНДАР
ТУҠТАРҒА КӨС ТАПҠАНДАР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас