

Акция барышында ауыр тормош хәлендә булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейем йыйыла. Улар район һәм ҡалаларҙа “Ғаилә” үҙәктәрендә ҡабул ителә. Сарала ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм айырым кешеләр әүҙем ҡатнаша. Былтыр 13 миллион һумлыҡ төрлө әйбер тупланған. 11 мең ярым балаға мәктәпкә йыйынырға ярҙам ителгән.
Баш ньюс.