

- 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында аэропорт 1,74 миллион кешене хеҙмәтләндергән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән алты процентҡа күберәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бөгөн беҙ ике миллионынсы пассажирҙы көтәбеҙ. Ә аэропорт коллективы йыл аҙағына тиклем был күрһәткесте 3,7 миллион кешегә еткерергә иҫәп тота.
Иң күп рейстар Өфөнән Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургҡа башҡарыла. Бынан тыш, тура осоштар географияһы үҙ эсенә Екатеринбург, Татарстан, Түбәнге Новгород, Һамар, Красноярский, Новосибирский, Волгоградты ала.
Башҡортостан Башлығы «Өфө» халыҡ-ара аэропорты етәкселегенә һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Авиация тармағы өсөн ҡатмарлы хәл күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең аэропортта пассажирҙар ағымы ярайһы уҡ юғары. Йүнәлештәр географияһы бик яҡшы үҫешә, - тине Радий Хәбиров. - Коллективтың яңы рейстар асыу өҫтөндә эшләүе мөһим. Беҙ кешеләрҙең сит илдәргә, шулай уҡ Рәсәйҙең бик күп төбәктәренә сығыу мөмкинлектәрен киңәйтәбеҙ.