

Был проблема республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте”ендә ҡаралды. Һүҙ Өфө-Бөрө-Яңауыл автомобиль юлы, бигерәк тә Благовещен районы биләмәһе аша үткән өлөшө тураһында бара. Аварияларҙың төп сәбәбе – тиҙлек режимын арттырыу. Участкала ҡағиҙә боҙоуҙарҙы кәметеү маҡсатында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә, тине Владимир Севастьянов.
Был трассала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе күҙәтеү буйынса патруль хеҙмәте экипаждары көсәйтелгән тәртиптә эшләй башлай.
Баш ньюс.