Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль , 18:55

«Инвестиция сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмә үтте

Унда хупланған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы һәм бизнес менән эште камиллаштырыу саралары тикшерелде.

«Инвестиция сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмә үтте
«Инвестиция сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмә үтте

Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Төбәк инвестиция стандарты индереү, инвесторҙарҙың документ эшен ябайлаштырыусы «клиент юлы» тураһында һөйләне.

«Инвестиция сәғәте»ндә шулай уҡ «Аркада» сәнәғәт берекмәһе проекты үтәлеше ҡаралды. Предприятие эш кейеме тегеү фабрикаһы төҙөү менән шөғөлләнә. Әле бында 305 кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Көҙгә ике сменала эшләү өсөн 800 самаһы кеше талап ителәсәк.

«Беҙ тегенселәрҙе уҡытып сығарыуға, башҡа төрлө ойоштороу һәм техник мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итергә әҙербеҙ. Һеҙҙең тәү бурыс – яҡшы эш хаҡы түләп, халыҡты эшкә йәлеп итеү», – тине Радий Хәбиров.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас в