

Йәштәр форумында төрлө семинар, оҫталыҡ-дәрестәре, түңәрәк өҫтәл һәм спорт ярыштары үткәрелә. Шулай уҡ проект авторҙары гранттар конкурсында ҡатнаша. Улар 500 меңдән алып миллион ярым һумға тиклем аҡса ота ала. «Иволга»ла Башҡортостан делегацияһы составында 110 кеше ҡатнаша.
Яҡташтарыбыҙ форум сиктәрендә үткәрелгән һабантуйҙа төбәктең милли үҙенсәлеген күрһәтергә теләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр «Иволга» форумы онлан-форматта уҙҙы. Унда республика йәштәре 1 миллион 115 мең һумлыҡ грант ярҙамы алыуға өлгәште.
Баш ньюс.