1 августа сәғәт 17-00-дә маршал Г.К.Жуков исемендәге скверҙа десантсыларға һәйкәл асыу тантанаһы була. Сәғәт 18-00-дә Ҡала мәҙәниәт һарайының ҙур залында байрам концерты башланы. Сәхнәлә «Ростов» төркөмө сығыш яһай.
2 августа сәғәт 11-00-дә – маршал Г.К.Жуков исемендәге скверҙа Еңеү паркындағы стелаға сәскәләр һалыу. Сәғәт 14-00-дән 19-00-гә тиклем 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт майҙанында (элекке «Содовик» стадионы) төрлө спорт ярыштары уҙғарыласаҡ. Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған ижади конкурс еңеүселәренең күргәҙмәһе ойоштороласаҡ, автоматтарҙы ҡороп-һүтеү буйынса ярыштар, арҡан тартышыу, гер күтәреү, футбол буйынса һәм башҡа ярыштар уҙасаҡ.