Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2022, 18:45

Туҡһанынсы йылдарҙы хәтерләтеп

Кисә Мәләүез ҡалаһындағы  Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге  китапхана  үҙенең  рухташтарын һәм  фекерҙәштәрен "Рухи байлығыбыҙ - Ашҡаҙар" исемле түңәрәк өҫтәлгә йыйҙы.

Рәсәйҙә мәҙәни мираҫ йылы, Башҡортостанда мәҙәниәт һәм рухиәт йылы айҡанлы һәм шулай уҡ халҡыбыҙҙың бөйөк сәсәне, драматург, фольклорсы,  әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 135 йыл тулыуға әҙерләнеү уңайынан ойошторолған матур сараға ижадтан айырылмаған, илһамлы, булдыҡлы шәхестәр йыйылғайны. Заманында Стәрлетамаҡтың ижади донъяһын гөрләткән ялҡынлы шағирҙар Тимер Ниәтшин, Фәрит Әхмәтов, балалар өсөн матур-матур әкиәттәр ижад итеүсе Гөлнур Семенова-Шәрипова, билдәле журналист Лена Абдрахманова, тарихсы, үҙенсәлекле шағир Олег Зәйнуллин, радиожурналист Роберт Собханғолов, башҡа өлкәләрҙә эшләп тә ижадтан айырылмаған, һәр эшкә лә маһир оҫтабикәләр – Рәсимә Дәүләтбаева, Әлфиә Кәримова, Дамира Байморатова, Ғәлиә Кәримова, Гөлсирә Исмәғилева, утыҙ йыл ғүмерен  КамАЗ заводына арнаған Резеда Миңнеғолова, уттай эш ваҡыты тип тормағандар, рухи күстәнәстәре менән йүгереп килеп еткәндәр. Күңел хазиналарын шиғыр аша ғына түгел, йыр-бейеү, гармун моңо, зауыҡ менән тегелгән әйберҙәр  аша ла бүләк итте бында ҡатнашыусылар. Мөхәмәтша Буранғоловтың  “Ашҡаҙар” пьесаһынан Рәзилә Ҡотлогилдина сәхнәләштергән өҙөк тә күрһәттеләр.
Федоровка районының Өсбүләк ауылынан башланып киткән Ашҡаҙар йылғаһы Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары аша ағып, Стәрлетамаҡ янында Ағиҙелгә ҡоя. Йырҙарҙа  йырланған, легендаларҙа һөйләнелгән данлыҡлы Ашҡаҙар йылғаһына  бәйле бик күп әҫәрҙәр ижад ителгән, ойошмалар эшләй. Әлбиттә, ошо  исемде лайыҡлы итеп алып барған “Ашҡаҙар” гәзите лә был эштән ситтә ҡала алманы, Вил Ғүмәров, Рауил Ниғмәтуллин, Зөбәржәт Йәнбирҙиналарҙың яҡты рухтарын иҫкә алдыҡ.

 Был ябай, ихлас аралышыу  шуныһы менән ҡиммәтле – унда яһалмалыҡ юҡ. Түңәрәк өҫтәл артында ихлас һөйләшеп, фекер алышып, рухи донъябыҙҙы байытып, күңелгә ял алып, илһамланып ҡайттыҡ. Ул туҡһанынсы йылдарҙағы  рухи күтәрелеш осорон –  Стәрлетамаҡтың милли интеллигенцияһы йыйылыштарын хәтерлеп ҡуйҙы. Рухи донъябыҙға ихтирамлы, иғтибарлы  булғаны өсөн рәхмәт Рәзилә  Фәтих ҡыҙына! Был теманы артабан да киңерәк даирәләрҙә дауам итергә яҙһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Туҡһанынсы йылдарҙы хәтерләтеп
Туҡһанынсы йылдарҙы хәтерләтеп
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: