Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Августа 2022, 05:45

Башҡортостан үҙенең яугирҙары менән ғорурлана

Башҡорт батальондары составына республиканың иң яҡшы яугирҙәре инде. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙе лә быға инанды.

Башҡортостан үҙенең яугирҙары менән ғорурланаБашҡортостан үҙенең яугирҙары менән ғорурлана
Башҡортостан үҙенең яугирҙары менән ғорурлана

 Радий Хәбиров Ырымбур өлкәһенә, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт мотоуҡсылар батальоны хәрби әҙерлек үткән урынға барҙы. Республика етәксеһе тактик, ут һәм махсус әҙерлек күнекмәләрендә булды, яугирҙәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, улар менән аралашты һәм махсус хәрби операция бурыстарын башҡарғанда уңыштар теләне, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Делегация составында Шайморатов батальонының шәхси составы менән осрашҡан Урал Килсенбаев «Башинформ» хәбәрсеһенә республика үҙенең яугирҙәре менән ғорурланыуын әйтте. Радий Хәбировтың «Беҙҙең егеттәр нисек?» тигән һорауына командирҙар һәм кураторҙар бер тауыштан уларҙың яҡшы әҙерлекле булыуын билдәләне, тине ул.

Уның әйтеүенсә, хәрби хәрәкәттәр зонаһында хеҙмәт итеү тураһында ҡарар – яугирҙәрҙең нәҡ үҙҙәренең теләге, егеттәр әҙерлек осоронда ла ғариза яҙып, өйҙәренә ҡайтып китергә мөмкин.

«Беҙ уларҙың ниндәй еңел булмаған ҡарар ҡабул иткәнен һәм эске торошон аңлайбыҙ», – тине Урал Килсенбаев.

Әммә яугирҙәр легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» тигән девизына тоғро ҡала. Республика етәкселеге яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә йыйына. Яҡын арала Башҡортостан етәкселеге Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны хәрби әҙерлек үткән урынға бара, тип өҫтәне Урал Килсенбаев.

Башинформ.

Башҡортостан үҙенең яугирҙары менән ғорурлана
Башҡортостан үҙенең яугирҙары менән ғорурлана
Автор:
Читайте нас