

Сарала федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары, телевидение, радио һәм интернет-берләшмә вәкилдәре ҡатнаша.
Фестивалде асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар сығыш яһай, шул иҫәптән Ҡариҙел районы хакимиәтенән һәм Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан. Журналистарҙы бүләкләү, милли ихаталар менән таныштырыу була, концерт номерҙары күрһәтелә.
Журналистар өсөн саҡырылған эксперттар ҡатнашлығында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спорт уйындары үткәрелә.
Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостандың Журналистар союзы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.
Башинформ.