Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2022, 14:00

«Патриот» паркындағы үҙәккә Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың исеме бирелә

«Патриот» хәрби-патриотик паркында урынлашҡан «Авангард» уҡытыу-методика үҙәгенә Рәсәй Геройы, өлкән лейтенант, яугир-десантсы Максим Серафимовтың исеме бирелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә ошо турала бойороҡ әҙерләүҙәре тураһында әйтте.

«Патриот» паркындағы үҙәккә Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың исеме бирелә
«Патриот» паркындағы үҙәккә Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың исеме бирелә

Махсус тәғәйенләнеш төркөмө командиры, өлкән лейтенант Максим Серафимов 27 февралдә разведка отряды составында дошмандың көслө уты аҫтына эләккән. Өлкән лейтенант, ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итеп, 30 дошманды һәм бер бронетранспортерҙы юҡ иткән. Сираттағы һөжүм ваҡытында офицерҙан ике метр алыҫлыҡта граната шартлаған. Өлкән лейтенант Максим Серафимов үҙенең кәүҙәһе менән гранатаны ҡаплаған һәм иптәштәрен үлемдән ҡотҡарған. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Указы менән Өфөнән өлкән лейтенант Максим Серафимовҡа хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Максим Серафимов армия генералы В.Ф. Маргелов исемендәге Рязань юғары һауа десант команда училищеһын (хәрби институтын) тамамлаған.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: