Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2022, 17:25

ТАТЛЫ БАЛ ӘСЕ ТИР МЕНӘН ТАБЫЛА! Линар Мөхәмәтшиндың яратҡан шөғөлө хаҡында

Бал... Борон-борондан халҡыбыҙҙың төп ризыҡтарының береһе. Шөкөр, бөгөнгө көндә лә был татлынан айырылмай ул. Әммә һәр замандың үҙ заңы. Бөгөнгө көндә бал табыуы еңел дә һымаҡ, еңел түгел дә...

ТАТЛЫ БАЛ ӘСЕ ТИР МЕНӘН ТАБЫЛА! Линар Мөхәмәтшиндың яратҡан шөғөлө хаҡында
ТАТЛЫ БАЛ ӘСЕ ТИР МЕНӘН ТАБЫЛА! Линар Мөхәмәтшиндың яратҡан шөғөлө хаҡында

Бер яҡтан ҡараһаң, ҡорт, кәрәк-яраҡтар һатып алыу, ҡуртымға урман-ер алып, умарта сығарып ултыртыу бер ни тормай. Әммә умарта үҙе генә бал килтерһә икән, уның геү килеп эшләүе нигеҙендә ниндәй ауыр хеҙмәт ятҡанын умартасы үҙе генә белә. “Бала ҡарауға тиң”, - тиҙәр өлкәндәр, “Кәрт уйыны”, - тип тә ысҡындыра тик табыш алыу маҡсатын ҡуйғандар. Күңел талабымы, табыш сығанағымы – әлбиттә, ҡорттан ҡурҡмай, шул мөхиткә бар күңелең менән сумыу – үҙе бер бәхет! Тырыш хеҙмәт емеше булып бөгөн генә айырған бал менән сәй эсеүе – икеләтә бәхеттер.


Ошо бәхетте Линар Мөхәмәтшин да кисерә. Ул бал ҡорттары донъяһына ғашиҡ булып, кескәй генә сағынан атаһы менән умарта ҡарай. Үҙе ҡаланың 7-се мәктәбендә белем ала, быйыл 6-сы класҡа бара, тырышып уҡый, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Ә йәйге каникулдар етеү менән Ауырғазы районына ашҡына – унда тиҫтәләгән баш умарталары көтә уны! Иртә таңдан кискә тиклем ярҙам итә атаһына: таҙартырға ла кәрәк, һыу ҡуйырға, бынан тыш ҡарап ҡына тормаһаң, айырған ҡорттар икенсе ергә барып өй туйларға ла күп һорап тормай. Иң мөһиме: бал ҡортонан ҡурҡмай ул!
“Уларҙы күҙәтеүе, өйрәнеүе, ҡарауы миңә бик ҡыҙыҡ. Бигерәк тә күс айырған ваҡыт йәки бал айырған мәл оҡшай”, - тип бүлешә үҙенең хистәре менән Линар.
Гаджетҡа төбәлеп ултырмай, хеҙмәт тәмен кескәй генә сағынан белеп үҫкән, ауыл тормошон үҙ иткән ҡала балаһына афариндан башҡа әйтер һүҙ юҡ. Хеҙмәт емешең балдай татлы булһын, мул уңыш ал, Линар!


Рәмил ӘРМЕТОВ.

Автор:
Читайте нас: