Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2022, 12:43

Баймаҡтағы ҡымыҙ фермаһы Урал аръяғы буйлап турмаршруттарға индерелә

Башҡортостанда гастрономия туризмының төрө булараҡ ҡымыҙ мәҙәниәтен үҫтереү өсөн республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына Денис Өмөтбаевтың ҡымыҙ фермаһын (Баймаҡ районы) Урал аръяғы буйлап яңы турмаршруттарға индерергә ҡушты. Был хаҡта Андрей Назаров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

Баймаҡтағы ҡымыҙ фермаһы Урал аръяғы буйлап турмаршруттарға индерелә
Баймаҡтағы ҡымыҙ фермаһы Урал аръяғы буйлап турмаршруттарға индерелә

Бынан алда премьер-министр Өмөтбаевтар ғаиләһенең бер нисә быуыны тәмле ҡымыҙ етештергән фермала булды. Туристар өсөн маршрутта тәбиғәт ҡомартҡылары — Ғәҙелша шарлауығы, Граф, Талҡаҫ күлдәре, Ирәндек һырты һәм Мөжәүир хәҙрәттең ҡәбере бар.

«Ә һуңынан беҙ ошо урындарҙы «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» проектына һәм мәктәп туризмы программаһына индерербеҙ. Баймаҡ районының хозур урындарына тағы ла күберәк туристар килеп, шифалы ҡымыҙҙан ауыҙ итә алыр», — тип яҙҙы Назаров.

Башинформ.

Баймаҡтағы ҡымыҙ фермаһы Урал аръяғы буйлап турмаршруттарға индерелә
Баймаҡтағы ҡымыҙ фермаһы Урал аръяғы буйлап турмаршруттарға индерелә
Автор:
Читайте нас: