Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2022, 11:29

Пляждарҙа иҫерек граждандарға штраф һалына башлай

Башҡортостан пляждарында иҫерек граждандарға штраф һалына башлай. Вице-премьер Ирек Сәғитов муниципаль комиссияларҙы бындай хоҡуҡ менән әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы. Хөкүмәт Йортонда һыу объекттарында кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

Пляждарҙа иҫерек граждандарға штраф һалына башлай
Пляждарҙа иҫерек граждандарға штраф һалына башлай

Ирек Сәғитов һүҙҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса республика комиссияһы ултырышында халыҡтың күпләп ял итеү урындарында иҫкәртеү төркөмдәре менән патруллек итеү бурысы ҡуйылды.

«Республикала муниципаль берәмектәр комиссияларының административ йоғонто яһау сараларын ҡулланыу эшен әүҙемләштереү мөһим. Тәү сиратта был сараларҙы һыуҙа кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған, тыйылған урындарҙа спиртлы эсемлектәр ҡулланған, йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән кешеләргә ҡулланырға кәрәк. Муниципалитет хакимиәттәре бөтәһе 400 иҫкәртеү төркөмө ойошторған, уларҙың дөйөм һаны — 952»,  —тине Ирек Сәғитов.

Вице-премьер административ комиссияларҙың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү йәһәтенән дә эшен көсәйтеү кәрәклеген әйтте.

Башинформ.

Фото vsegda-pomnim.com

Автор:
Читайте нас: