Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2022, 11:03

Рәсәй Президенты Башҡортостанда судьялар тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин «Федераль судтар судьяларын тәғәйенләү һәм Пенза өлкәһе судьяларының квалификациялы коллегияһында Рәсәй Федерацияһы Президенты вәкиле тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Рәсәй Президенты Башҡортостанда судьялар тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Рәсәй Президенты Башҡортостанда судьялар тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Указда билдәләнеүенсә, Вадим Әхмәтнәбиев — алты йылға Әбйәлил районы суды рәйесе, Ришат Ҡотлоғәлләмов Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ирина Хисмәтуллина  — Башҡортостандың Юғары суды судьяһы, Әлиә Заһитбаева — Өфөнөң Калинин районы суды судьяһы, Илдар Нуғаев — Нефтекама ҡала суды судьяһы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: