Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2022, 11:21

Шифаханаға юллама – Заманов юллана!

Хөрмәтле дуҫтар, ниһайәт, квитанцияларҙы барлап, хужаларын асыҡлап бөткәндән һуң, еңеүсене иғлан итергә ваҡыт етте!

Шифаханаға юллама –  Заманов юллана!
Шифаханаға юллама – Заманов юллана!

Билдәле булыуынса, беҙ 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыусылар араһында йәнә бүләктәр уйнатырға ҡарар иткәйнек. Әйтергә кәрәк, акция оҙаҡ ҡына барҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, башта гәзит уҡыусыларҙың һүлпәнлеген уйлап, бүләктәргә хужа табылмаҫмы тип аптырап та ҡуйғайныҡ. Әммә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамлана килә, квитанция күсермәләрен тапшырыусылар бермә-бер артты. Һәм һеҙҙән килгән хаттар өс тиҫтәгә етте!

Бүләктәргә килгәндә, был юлы өс бүләк отторорға ҡарар иттек: уларҙың икеһе 3 мең һумлыҡ сертификат булһа, төп бүләк, әлбиттә, вәғәҙә итеүебеҙсә, “Ҡайынҡай” (“Березка”) шифаханаһына юллама!

Был йәһәттән, форсаттан файҙаланып, йәнә бер тапҡыр “Ҡайынҡай” шифаханаһы етәкселегенә рәхмәт белдереп ҡалабыҙ һәм уларҙан һеҙгә сәләм күндереп, шифаханаға ял итергә, һаулығығыҙҙы нығытырға саҡырабыҙ. Сөнки “Ҡайынҡай”ҙа ниндәй генә дауа юҡ та, ниндәй генә ял юҡ! Бассейн да, тоҙ шахтаһы ла, батҡаҡ менән дауалау ҙа бар унда, кәрәкһә, тар белгестәр ҡабул итә, кәрәкһә, медицина күҙәтеүе үтеп була. Әлбиттә, еңеүсе лә барып, үҙенең һаулығын нығыта аласаҡ!
Әйткәндәй, “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыусылар редакция үткәргән уйында ғына түгел, ике гәзит (“Ашҡаҙар” һәм “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто тарафынан нәшер ителгән башҡа баҫмаға) яҙылып, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған уйында ҡатнашып, һыуытҡыс, мотоблок һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр ота ала ине. Тик, үкенескә ҡаршы, был юлы был уйында Стәрлетамаҡтан бәхетлеләр табылманы. Еңеүсене әле генә иғлан итеүебеҙ ҙә ошо сәбәпкә бәйле (бәлки ике еңеүсене бер юлы иғлан итербеҙ тип өмөт иткәйнек тә). Әммә беҙҙең еңеүселәребеҙ барыбер бар!

Шулай итеп, “Березка” шифаханаһына юлламаны Блюхер урамы, 17А адресы буйынса йәшәгән, “Ашҡаҙар”ға бер йылға яҙылған Заманов И. отто, ә сертификаттарға Коммунистик урамы, 7-се йорт адресы буйынса йәшәүсе Д.Зәйнәғәбдинов һәм Волочаевская урамында урынлашҡан 13-сө йортта йәшәүсе Ғузин В. эйә була!

Барлыҡ еңеүселәрҙе лә ҡотлайбыҙ һәм кемгә был юлы бәхет йылмаймаған, артабанғы уйындарҙа ҡатнашығыҙ, тип теләп ҡалабыҙ, бәлки нәҡ шул уйында бәхет һеҙгә йылмайыр!
Әйткәндәй, 1 сентябрҙән йәнә “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыу капмпанияһы старт ала. 2023 йылға осһоҙ хаҡтар менән яҙылып ҡалығыҙ, дуҫтар!

...Уйын тамам, әммә уйын – уйын урынында, дуҫтар! Һиҙеп торабыҙ, һәммәгеҙ ҙә “Ашҡаҙар” гәзитенә бүләк өсөн түгел, күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса яҙыла. Мәғлүмәтле булайым, милли баҫма менән бергә йәшәйем, тип яҙыла! Шуға, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Ихтирам менән “Ашҡаҙар”ҙар.

Автор:
Читайте нас: