Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2022, 16:11

Радий Хәбиров Үзбәкстандың күркәм урындарына һоҡланыу белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Үзбәкстандың иҫтәлекле урындарына һоҡланыу белдерҙе.

Радий Хәбиров Үзбәкстандың күркәм урындарына һоҡланыу белдерҙе
Радий Хәбиров Үзбәкстандың күркәм урындарына һоҡланыу белдерҙе
«Үзбәкстан иҫ киткес матур. Бында баш ҡала — Ташкент тормошон, Сәмәрҡәнд, Бохара һәм Хиуа кеүек туристик ынйыларҙы, Фирғәнә үҙәнен, атап әйткәндә, Наманганды ҡарап йөрөргә мөмкин (әлеге ваҡытта бында инвесторҙар менән осрашабыҙ). Мәҫәлән, Наманган өлкәһендә генә 27 тарихи объект һәм изге урын бар. Мәҙрәсә, мәсеттәр, кәшәнәләр... Бәрәкәтле ер, бигерәк тә яҙғыһын һәм көҙгөһөн, емеш-еләк һәм йәшелсәләр күп булған осорҙа. Мин Башҡортостан туристарының да ошо ил менән танышыуын теләр инем», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостандан Үзбәкстанға яңы авиамаршруттар асылыуы мөмкин.

«Хәҙер Өфөнән Үзбәкстанға ике рейс бар — йәкшәмбе көндө самолеттар Ташкентҡа, шаршамбы Наманганға оса. Әгәр ошо йүнәлешкә ихтыяж булһа, өҫтәмә рейстар асырбыҙ. Үзбәк ҡәрҙәштәребеҙ менән промоушен тураһында һөйләшеп килешмәгәйнек) Миңә ошо илдең матурлығы ныҡ тәьҫир итте», — тине Радий Хәбиров.
 
Башинформ.
Радий Хәбиров Үзбәкстандың күркәм урындарына һоҡланыу белдерҙе
Радий Хәбиров Үзбәкстандың күркәм урындарына һоҡланыу белдерҙе
Автор:
Читайте нас: