Стәрлетамаҡ ҡалаһы юлдарында профилактик саралар уҙғарғанда юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙың 136 осрағы асыҡланды. Ете йәше тулмаған бәлиғ булмаған балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 11 водителгә ҡарата административ материал төҙөлдө. Транспорт сараһы менән идара иткәндә ҡаршы юл һыҙатына сыҡҡан өсөн бер водитель, дәүләт-теркәү билдәһе булмаған ике водитель, светофорҙың тыйылған сигналына үткән бер водитель яуапҡа тарттырылды. 7 автомобиль махсуслаштырылған туҡталҡаға ҡуйылды.
Гөлназ Мусаҡаева, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәүефһеҙлеге инспекторы, өлкән лейтенант.
Һүрәттә: ЮХХДИ бүлегенең юл-патруль хеҙмәте инспекторы, кесе лейтенант Э.Файыҡов рейд ваҡытында.
Динара Исхакова фотоһы.