Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Август 2022, 10:48

Тиҙлекте кәметегеҙ, һеҙҙе йәшерен камера төшөрә

Башҡортостан юлдарында яңы фотофиксация комплекстары урынлаштырыла. Уларҙың кеше ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеүе тураһында һөйләйбеҙ.

Тиҙлекте кәметегеҙ,  һеҙҙе йәшерен камера төшөрәТиҙлекте кәметегеҙ,  һеҙҙе йәшерен камера төшөрә
Тиҙлекте кәметегеҙ, һеҙҙе йәшерен камера төшөрә

Камералар өс тапҡырға күберәк була

Башҡортостан юлдарындағы камералар һаны геометрик прогрессияға ярашлы арта бара. 2019 йылда улар ни бары 540 дана булһа, 2020 йылда – 1015, ә бөгөн 2000-гә яҡын иҫәпләнә. Беренсе ярты йыллыҡта улар нигеҙендә 1,8 миллион ҡарар сығарылған, был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда сирек өлөшкә күберәк.
Камералар ЮХХДИ менән килешеп, авариялар йыш булған урындарҙа ҡуйыла. Элегерәк ошо йүнәлештәге эш өсөн ҙур ҡалаларға һәм район үҙәктәренә генә аҡса бүленә ине, ә хәҙер республика муниципалитеттарындағы камералар һаны уртаса алғанда ике тапҡырға артты.

Һуңғы миҫалдарҙың береһе – Өфө-Бөрө-Яңауыл юлы. Ошоға тиклем уны «үлем юлы» тип тә атанылар, һәм ул, ысынлап та, республикалағы иң хәүефле трасса һаналды: йыл башынан ғына ошо юлда 15 кешенең ғүмере өҙөлдө. Тикшереүҙәр шуны асыҡланы: бындағы күпселек юл-транспорт ваҡиғаһы тиҙлек режимын һаҡламау һәм ҡаршы һыҙатҡа сығыу арҡаһында була.
Әлеге көндә был юлда эштәр бара: тиҙлекте сикләгән билдәләр ҡуйыла, ҡаршы һыҙатҡа сығыу тыйылған урындарҙа камералар урынлаштырыла. Яҡын арала йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындары, тауыш менән иҫкәртеүсе һыҙаттар, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу планлаштырыла.
Камералар өс аҙнала ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙың – 91, тиҙлек арттырыуҙың 851 осрағын теркәгән һәм ошо нигеҙҙә штрафтар һалынған. Кешеләр ғүмерен ҡотҡарыуға бәйле статистика тураһында бер нисә айҙан, мәғлүмәттәр яңыртылғас, мотлаҡ һөйләрбеҙ.


Камералар аҡыллыраҡ була бара

Ҡасандыр улар тиҙлекте генә иҫәпкә ала белә ине, артабан автомобиль номерын танырға һәм водителдәргә штраф тураһында хәбәр менән «иҫтәлеккә» фотоһүрәт ебәрергә өйрәнде. Быйыл 10 августан камераларға өҫтәмә ҡорамалдар ҡуйылды. Хәҙер улар водитель йәки пассажирҙың хәүефһеҙлек ҡайышы ҡуймайынса йөрөүен (штраф – 1000 һум) йәки машина менән идара иткәндә телефондан һөйләшеп барыуын (штраф – 1500 һум) иҫәпкә ала белә. Мәғлүмәттәргә ярашлы, Өфө ҡалаһындағы камераларҙың 90 процентында ошо функция бар. Уларҙың һаны һәм мөмкинлеге арта барасаҡ.
Әммә былар ғына сик түгел. Заманса камералар берҙәм селтәргә, шулай уҡ нейроселтәргә тоташтырылған. Мәҫәлән, улар дәүләт номерҙарын, марка, модель, төр һәм төҫтәрҙе айыра. Билдәле бер ваҡытта нисә машина үткәнен, әйтәйек, улар араһында күк төҫтәге автомобилдәрҙең йәки «Лада-Калина»ларҙың нисәү булыуын иҫәпләй. Хатта үтеп барған кешенең тән температураһын билдәләй, битлек аҫтында булһа ла, йөҙөн таный, фотоһүрәт буйынса халыҡ араһындағы кешене эҙләй, тапһа – артабан күҙәтә ала.

Юлдағы камералар һәр кемгә асыҡ

Интернетта йәшерен камералар ҡуйылған урындарҙы күрһәткән программа һатып алырға тәҡдим итеүселәр осрай. Ышанмағыҙ, бында бер ниндәй сер ҙә, йәшертен эш тә юҡ: һәр пункттың урынлашыу урыны республика «Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге»нең сайтында асыҡ бирелгән. Бына уның адресы: coddrb.ru/kam/index.html. Барыһы ла ябай һәм аңлайышлы: йөрөгән маршрутығыҙҙы табаһығыҙ һәм ҡайһы урындарҙа камера тороуын ҡарайһығыҙ. Быны даими эшләргә кәрәк, сөнки уларҙың урынлашыу урыны үҙгәреп тора. Бөтә яңылыҡтар шунда уҡ картаға индерелә.

«Камера ҡуйып, был хаҡта барыһына ла һөйләүҙең мәғәнәһе нимәлә?» тип һораусылар табылыр. Уларҙы урынлаштырыуҙың маҡсаты – юлдарҙа аварияларҙы һәм йәрәхәтләнеү осраҡтарын кәметеү, кешеләр ғүмерен һаҡлау, водителдәрҙе тәртипкә өйрәтеү, ә аҡса йыйыу түгел. Ябай итеп әйткәндә, дәүләт түбәндәгесә фекер йөрөтә: «Был – хәүефле участка, бында һәр ваҡыт авариялар була, сөнки «Формула-1»ҙәге кеүек ҡыуалар. Тиҙлек яратыусыларҙы сикләү маҡсатында камера ҡуябыҙ, һөҙөмтәлә улар имен-һау буласаҡ».

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, камера – тиҙлек режимын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һаҡлауға булышлыҡ иткән иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Мәҫәлән, быйылғы йылдың тәүге өс айында, былтырғыһы менән сағыштырғанда, юл-транспорт ваҡи- ғаларында үлеүселәр һаны – 23 кешегә, йәрәхәтләнеүселәр – 78 кешегә, ә авариялар 54 осраҡҡа кәмегән.

Берҙәм план эшләнә

Әлбиттә, иң аҡыллы һәм заманса камералар ҙа хәл-торошто тулыһынса үҙгәртә алмай. Юлдарға ҡағылышлы һорауҙар, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек: асфальттың сифаты, трассаны яҡтыртыу, кәрәк урындарҙа юл билдәләренең етешмәүе, башҡаларҙың именлеге хаҡында уйлай белмәгән йүнһеҙ әҙәмдәр. Аҙна һайын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йөҙҙәрсә иҫерек водителде тота. Ә бит уларҙың һәр береһе кеше ғүмерен ҡыйыуы ихтимал. Ә күпмеһе тотолмай ҡала? Күптән түгел үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров йыл аҙағына тиклем юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин иткән программа булдырырға ҡушты. Һөҙөмтәләр ноябрҙә билдәле буласаҡ.

ӘЙТКӘНДӘЙ

Өфөлә тығындарҙы һәм авария осраҡтарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән ике төрлө сара һынау үтә. Беренсеһе – «вафля» билдәһе. Әлеге билдә һалынған юл сатына сығып, перпендикуляр транспорт ағымын сикләп, туҡтау тыйыла. Бының өсөн штраф – 1000 һум. Август аҙағына тиклем 21 юл сатында ошо билдә буласаҡ.
Баш ҡаланың туғыҙ юл сатында «стоп-һыҙаттар» эшләнә. Әгәр светофорҙа ҡыҙыл йәки һары төҫ янһа йәки «Туҡтамайынса хәрәкәт итеү тыйыла» билдәһе булһа, әлеге һыҙатҡа тиклем туҡтамаған водителгә штраф һалына.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас