Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Август 2022, 07:58

Ата-әсәләрҙең республика советы ойошторола

Башҡортостанда Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағында ата-әсәләрҙең республика советы ойошторола. Ведомство етәксеһе Айбулат Хажин ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Ата-әсәләрҙең республика советы ойошторолаАта-әсәләрҙең республика советы ойошторола
Ата-әсәләрҙең республика советы ойошторола

Документтан күренеүенсә, совет «ата-әсәләр, уҡыусылар һәм тәрбиәләнеүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын тәьмин итеүҙә ата-әсәләрҙең үҙидара органдары эшмәкәрлеген координациялау, уларҙың мәғариф өлкәһендәге идара итеү органдары һәм белем биреү ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен нығытыу» өсөн ойошторола.

Ата-әсәләр советы эшмкәрлегенең төп принциптары — иреклелек, тиң хоҡуҡлылыҡ, үҙидара, законлылыҡ һәм асыҡлыҡ. Советтың ҡарарҙары тәҡдим рәүешендә ҡалдырыла.

Ата-әсәләр советы составы Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо менән ике йылға раҫлана.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас