Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Август 2022, 09:00

Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына 25-се гуманитар ылау юлланды

Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына 25-се гуманитар колонна юлланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына 25-се гуманитар ылау юлландыБашҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына 25-се гуманитар ылау юлланды
Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына 25-се гуманитар ылау юлланды

Был юлы ылауға Петровское ҡалаһында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпте ремонтлау өсөн төҙөлөш материалдары тейәлгән. Бында металлокассеттар, электр-техник ҡорамалдар, сантехника, ишектәр, мәктәп йыһазы, шулай уҡ төрлө ҡорамалдар тураһында һүҙ бара.

Бынан тыш, гуманитар ярҙамдың бер өлөшө Мариуполь ҡалаһына оҙатылды. Әлеге ваҡытта Башҡортостандан йөктөң дөйөм күләме — 2 230,194 тонна.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас