18:00 сәғәттә һөнәрмәндәр йәрминкәһе эшен башлай. Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙе һәм килгән ҡунаҡтарҙы киске концерт программаһы сәләмләй.
Фестивалдең төп көнө иртәгә – 27 августа була. Сәғәт 10:00-дә бөтә майҙансыҡтар эш башлаясаҡ, ә 12:00-дә сараны асыу тантанаһы була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: машинала Хоҙайбирҙин урамы буйлап Комсомол урамы менән киҫешкән ерҙә бер яҡлы юл йөрөү ябылды. Урап үтә торған юлды алдан уйлай тороғоҙ.
Р.ЗАМАНОВА.