Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Август 2022, 07:25

1 сентябрҙә Башҡортостанда алкоголь һатылмай

1 сентябрҙә — Белем көнөндә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында алкоголь һатыу тыйыла.

1 сентябрҙә Башҡортостанда алкоголь һатылмай1 сентябрҙә Башҡортостанда алкоголь һатылмай
1 сентябрҙә Башҡортостанда алкоголь һатылмай

Спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу кафе, бар һәм ресторандарға ҡағылмай.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «ҡоро закон»ды боҙғандар өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә иһә 100-300 мең һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә, шулай уҡ муниципалитеттарҙа һабантуй ойошторолған көндәрҙә лә хәмер һатыу сикләнә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас