Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Август 2022, 06:14

Радий Хәбиров: Евразия күсмә цивилизациялар музейы туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелергә тейеш

30 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе алдында Евразия күсмә цивилизациялар музейын ойоштороу буйынса эшсе төркөмдөң күсмә кәңәшмәһен үткәрҙе.

Радий Хәбиров: Евразия күсмә цивилизациялар музейы туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелергә тейешРадий Хәбиров: Евразия күсмә цивилизациялар музейы туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелергә тейеш
Радий Хәбиров: Евразия күсмә цивилизациялар музейы туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелергә тейеш

Яңы объект концептуаль яҡтан бер нисә төп тарихи ҡомартҡыны берләштерә, улар иҫәбендә – Турахан менән Хөсәйенбәктең таш кәшәнәләре.

Радий Хәбиров Турахан кәшәнәһе эргәһендә барған ҡаҙыу эштәре менән танышты.

«Беҙ бөйөк тарихи асыштар алдында торабыҙ, халҡыбыҙҙың бөтә тарихы серҙәр һәм аҡ таптар менән тулы, беҙ әкренләп уларҙы асабыҙ. Беҙгә бөйөк Турахандың шәхесен аҙағынаса өйрәнеү мөһим. Шуға күрә бында күсмә цивилизациялар музейын ойошторорға булдыҡ. Халҡыбыҙ тарих, этнография, боронғо көнкүреш менән таныша алһын өсөн. Барыһын да этаплап тормошҡа ашырырбыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе проектта республика оҫталары өсөн урын булдырыуҙы, бәләкәйерәк мәсет төҙөүҙе лә күҙ уңында тоторға ҡушты.

«Турахан кәшәнәһе – Башҡортостан ынйыларының береһе. Алда беҙҙе Турахандың шәхесен өйрәнеүгә бәйле етди тикшеренеү эше көтә. Яңы музейҙа ҡыҙыҡлы предметтар ғына тупланмай. Беҙ бында, Турахан кәшәнәһе янында, Евразия материгы өсөн мөһим тарихи осорҙарҙың береһен өйрәнеү буйынса етди ғилми-тикшеренеү үҙәген асырға йыйынабыҙ. Был урындың фәнни, белем биреү, туристик, һөнәрселек потенциалы ғәйәт ҙур. Комплексҡа килеүселәр күскенсенең юлын үтә ала. Бронза быуаттан алып Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылған осорона тиклем. Ә иң мөһиме – кәшәнә. Был Башҡортостанда, шул иҫәптән башҡа илдәрҙән килгән туристар өсөн тағы ла бер күркәм урынға әүерелер тип ышанам. Әммә иң элек ошонда йәшәгән халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы булыр. Ошо йәһәттән әүҙем эшләйбеҙ», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас