

Был акцияның маҡсаты - барлыҡ Рәсәй граждандарын да берләштереү, Тыуған илебеҙҙең тарихын белеү кимәлен тикшереү. “Еңеү диктанты”н яҙып, иң күп балл йыйған кешеләргә юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирелә.
“Еңеү диктанты” халыҡ-ара тарихи диктанты Икенсе донъя һуғышы ваҡиғаларына арналған һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тарихи белемде арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала.
“Еңеү диктанты”н рәсми сайтта йәки смартфон ҡушымтаһы аша онлайн яҙырға ла мөмкин. Махсус майҙансыҡтарҙа яҙа башлау менән ул тейешле бүлектә онлайн килеп сығасаҡ. Аҙаҡ ҡатнашыусы сертификатын шәхси кабинеттан табып, күсереп алырға була.