Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Сентября 2022, 07:45

Яңы уҡыу йылы башланыу менән!

Яңы уҡыу йылы ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын!

Ҡәҙерле уҡыусылар һәм студенттар! Хөрмәтле  педагогтар һәм ата-әсәләр!
Һеҙҙе ысын күңелемдән яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым. 1 сентябрь – ул тантаналы  һәм, шуның менән бергә, тулҡынландырғыс байрам. Ул меңдәрсә уҡыусыларҙың тормошондағы мөһим ваҡиғаларға хисаплама яһай. Уҡыусылар һәм студенттар алдында етди эш айҙары, үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға һәм яңы ҡаҙаныштарға ынтылыш тора.
Беренсе класҡа барыусылар өсөн был байрам ысынлап та онотолмаҫ көн булып ҡала. Тәүге тапҡыр мәктәпкә барыу, тәүге ҡыңғырау – ул йәш уҡыусылар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә һәр ваҡытта ла тулҡынландырғыс, шатлыҡлы ваҡиға. Былар ғүмерлеккә хәтерҙә ҡала. Алда бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы дәрестәр, яңы белемдәр, күңелле тәнәфестәр, яратҡан уҡытыусылар һәм тоғро дуҫтар. Ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ һәм мәктәптә үткән  һәр көндөң ҡәҙерен белегеҙ.
Педагогтарға уңышлы эш һөҙөмтәһе, һөнәри ҡаҙаныштар һәм рәхмәтле уҡыусылар, ата-әсәләргә  позитив ынтылыштар теләйем. Яңы уҡыу йылы һәммәгеҙгә лә ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булһын әйҙә!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Яңы уҡыу йылы башланыу менән!
Яңы уҡыу йылы башланыу менән!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас