

Бөгөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан бәлиғ булмаған ете йәше тулмаған балаларҙы йөрөткәндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре үтәлеше буйынса транспортты күпләп тикшереү буйынса профилактик рейд уҙғарылды. Стәрлетамаҡ ҡалаһы юлдарында профилактик саралар уҙғарғанда 136 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы асыҡланды.
Ете йәше тулмаған бәлиғ булмаған балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 11 водителгә ҡарата административ материал төҙөлдө. Транспорт сараһы менән идара иткәндә ҡаршы юл һыҙатына сыҡҡан өсөн бер водитель, дәүләт-теркәү билдәһе булмаған ике водитель, светофорҙың тыйылған сигналына үткән бер водитель яуапҡа тарттырылды. 7 автомобиль махсуслаштырылған туҡталҡаға ҡуйылды.
Гөлназ Мусаҡаева,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлегенең
юл хәүефһеҙлеге инспекторы, өлкән лейтенант.
Динара Исхакова фотоһы.