

Ҡыҙҙары алдында үлтергән
Ҡот осҡос был яңылыҡ үткән йылда Силәбе өлкәһендә булды. Һатҡы ҡалаһы ситендә 31 йәшлек Өфө кешеһе вәхшиҙәрсә 30 йәшлек ҡатынын бысаҡ менән сәнсеп үлтергәйне. Ғаилә машинала китеп барған. Улар ниндәйҙер сәбәп арҡаһында юл ситендә туҡтай һәм Александр менән Оксана араһында талаш сыға. Был ваҡытта салонда уларҙың ике һәм дүрт йәшлек ҡыҙ-ҙары ла ултырған була. Бер мәл ир канцелярия бысағы ала һәм машина салонында ҡатынына бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсә. Ә аҙаҡ уны тышҡа сығарып, туҡмауын дауам итә. Меҫкен ҡатын яуыз иренән ҡасырға маташа. Был ваҡиғаны юлда китеп барған шаһиттар видеоға төшөргән. Ир кеше ҡанға батҡан ҡатыны янында ултыра, ул бик тыныс була һәм енәйәт урынын ташлап китергә уйламай ҙа. Видеоға төшөргән кеше уны туҡтатып маташа, әммә һуң була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бында көнләшеү булыуы ихтимал. Имеш, иргә ҡатынының телефоны блокировкала булыуы оҡшамай. Ул үҙ ирке менән полицияға бирелә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир сығышы менән Балаҡатай районы кешеһе, улар ғаиләһе менән Өфөлә йәшәгән. Тәфтишселәр “Айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Бер мәлдә әсәһен дә, атаһын да юғалтҡан бәләкәй ҡыҙҙарҙы үлгән ҡатындың әсәһенә тапшырғайнылар.
Ҡасырға маташҡан, әммә өлгөрмәгән...
2020 йылдың ноябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында тағы бер фажиғә теркәлгәйне. Ир кеше элекке ҡатынының эш урынына – балалар баҡсаһына килеп, көпә-көндөҙ уны бысаҡ менән сәнсеп үлтерә...
Бынан һуң енәйәт урынынан ҡасырға итә, тик уны физкультура уҡытыусыһы тота. Һөҙөмтәлә әле 49 йәшлек ир ҡулға алынған, үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Асыҡланыуынса, ирле-ҡатынлы Эль-вира менән Данил айырылышҡан булған. Тик ир һөйгәнен юғалтыуҙы күтәрә алмаған, уны кире ҡайтарырға теләгән. Һөҙөмтәлә ҡатындың эшенә, балалар баҡсаһына, иҫерек килеш килә һәм арала низағ сыға. Ҡатынының айырылыуын күтәрә алмаған Данил бысаҡ сығарып, ҡатынына өс тапҡыр сәнсә – икеһе –арҡаһына, береһе йөрәгенә тейә. Ҡатынға «Ашығыс ярҙам» саҡыртып өлгөрәләр, тик ул бик күп ҡан юғалта һәм дауаханаға барып етә алмай, машинала йән бирә. Ярай әле был ҡот осҡос хәлде балалар күрмәй, улар икенсе бинала була.
Ғаиләлә ике бала – малай менән ҡыҙ үҫкән. “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, улар ситтән ҡарағанда бәхетле йәшәгән, йыл һайын сәйәхәткә диңгеҙгә сыҡҡан, Башҡортостан буйлап турҙарҙа булған. Тик бына Данил ҡатынын ныҡ көнләшкән. Эльвира иһә иренең холҡон белгән һәм бер ҡасан да ҡыҙғаныуға сәбәп бирмәгән.
«Үлә яҙып ярата ине, шул уҡ ваҡытта ныҡ ҡыҙғанды ла. Тегендә барма, бының менән һөйләшмә, уны кеймә, кем шылтыратты, бар нәмәне һөйләп тор... Тик ҡатынына ҡул күтәргәне тураһында ишеткәнем юҡ ине, бәлки өндәшмәгәндер, ғаилә эсендә ни булғанын кем белә», – тип һөйләгәйне хатта уларҙың ауылдаш ҡатыны.
Шул уҡ йылдың 17 сентябрендә ҡатыны йәшәгән йортҡа ут та төртөп маташа Данил. Әммә ниндәйҙер сәбәптәр буйынса ул саҡта иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмай. Ә бәлки ул ваҡытында яуаплылыҡҡа тарттырылған булһа, бындай хәл дә сыҡмаҫ ине. Ирҙе 12 йылға ултырттылар.
Барыһына ла көнләшеү ғәйепле...
Ошо көндәрҙә генә Благовещен районы суды Удельно-Дыуанай ауылында йәшәгән 50 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен ҡараны. Судтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир һөйгәнен үлтереүҙә ғәйепләнә икән. Тәфтишселәр фаразынса, ғәйепләнеүсе менән зыян күреүсе араһында көнләшеү нигеҙендә бәхәс сыҡҡан. Ир ҡатындың күкрәгенә һәм муйынына кәмендә өс тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, һөҙөмтәлә ул һәләк була.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен ту-лыһынса таныған. Судҡа ошо дәлилдәрҙе тикшереү, ғәйепләнеү-сенән һәм зыян күреүсенең яҡындарынан һорау алыу, шулай уҡ енәйәт эше материалдарын өйрәнеү бурысы тора.
Алты бала әсәһен...
Июнь айында Белорет ҡалаһында йәшәүсе 32 йәшлек 6 бала әсәһен ире туҡмап үлтергәйне. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, эскән өйҙәштәр араһында низағ тыуа. 36 йәшлек ир ҡатынды балалары арҡаһында аралашҡан элекке иренән көнләшеп, туҡмай башлай, типкесләй. Әсә алған йәрәхәттәренән урында йән бирә.
Ир ғәйебен таныған. Ә әсәйһеҙ ҡалған алты бәләкәй баланың яҙмышын опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәл иткән. Балаларҙың ҙурына 13 йәш булһа, бәләкәйенә – ике. Әле уларҙы туған тейешле кешеләр алған.
“Бәләкәй балалар нимә булғанын аңламай ҙа ҡалған, улар тыныс ине, уйнап йөрөгәндәр. Өлкән улы йоҡлаған, ә ҡыҙы илаған, уға психологик ярҙам күрһәтелде. Шунда уҡ балаларҙың аталары һәм башҡа туғандары менән бәйләнеш булдырылды, – тигән опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре. – 11 йәшлек ҡыҙыҡай менән 13 йәшлек малайҙың атаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ул һәр саҡ балалары менән бәйләнештә булған, ялдарға үҙенә алған. Фажиғә көнөндә үк ул ике бала атаһына тапшырылды. Алты йәшлек малай менән дүрт йәшлек ҡыҙыҡай шулай уҡ Белорет районында йәшәгән атаһына тапшырылды (ҡатындың икенсе ире). Әлегә ул балаларҙы яҡынса опекаға алды, был ир ҙә балалары менән бәйләнештә булған. Иң бәләкәй ике баланы әлегә аталары яғынан өләсәһе алған”.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙың артабан йәшәү урыны буйынса бәхәстәр булмаған, барыһы ла ризалашҡан.
Күреүегеҙсә, ошондай ҡыҙғаныс хәлдәрҙең төп сәбәптәре эскелек һәм көнләшеү. Көнләшеү мөхәббәтте үлтерә икәнлеген күптәр белеп бөтмәй. Уларға тик ваҡытында белгес кенә ярҙам итә ала.
Фекер
Альбина С.
Бала тапҡанда, мин уны бер ҡасан да яңғыҙым тәрбиәләргә планлаштырманым. Ләкин атаһының иҫерек килеш ҡайтып болара башлауы беҙҙең өсөн хәүефле булғанлыҡтан, баламды алып сығып киттем. Ата-әсәйем юҡ, туғандарым йыраҡта. Иң ҡурҡынысы: барыһының да мине ғәйепләүҙәре, социаль изоляция, кеше алдында йылмайып, матур һөйләшеп, мине иҫәр кеүек күрһәтеп, аҙаҡтан өйҙә үҙен нисек тотҡан иптәшемде белмәйенсә, туғандарымдың һин үҙең ғәйепле тиеүҙәре. Иғтибар итмәнем, тыңламаным береһен дә, ҡыҙымды балалар баҡсаһына биргәйнем, йыш ауырый, шуға күрә, тағы иҫереп ҡаңғырып өйҙән ҡыуа башлағайны, икенсе фатирға күстем, эйе ауыр, әлегә баламды балалар баҡсаһына йөрөтмәйем, үҙем өйҙән эшләйем, тыныслығыбыҙ ҡәҙерлерәк, бүтән иптәшемә ҡайтмайым. Төндәрен илап та алам, йән ғазабы ыҙалата, ҡасыр, ышыҡланып иларлыҡ кешем юҡ, әммә ҡыҙым өсөн барыһын да еңәсәкмен.
Фәриҙә З.
– Тәүҙә иремдең урамда үткәндә, әллә һиңә ҡараны инде, былай матур кейенеп икенселәрҙе үҙеңә ҡаратаһыңмы, кем өсөн биҙәнеп алдың тигәненә иғтибар итмәҫкә тырышһам, аҙаҡтан ул көнләшеүен еңә алмай ҡул күтәрә башланы. Шулай бер-нисә йыл түҙеп, йәберләнеп, туҡмалып йәшәнем. Аҙаҡтан улай булмай тип, иремдән китергә булдым, бөтөнләй икенсе ҡалаға күсеп киттем. Әммә былар барыһы ла еңел бирелмәне. Өс йыл яңынан йәшәргә өйрәндем – аралашырға, эшләргә, тыныс йоҡларға, кешенән ярҙам һорарға, үҙ-үҙемә ышанырға. Ауыр йәрәхәттәр алғандан һуң кеше-ләр, инвалид булып ҡалмаҫҡа теләп, яңынан атларға өйрәнгән кеүек мин дә, миңә лә социаль инвалидлығымды дауаларға тура килде. Психологтарға йөрөнөм, яңы эш таптым. Әлеге көндә ваҡытында китә алғаныма бик ныҡ ҡыуанам һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡурҡмаҫҡа, шымып ҡалмаҫҡа, ярҙам һорап өйрәнергә кәңәш итер инем.