Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2022, 12:05

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн «яңыса» түләүгә бәйле өс төп уйҙырма

1 сентябрҙә дөйөм йорт ихтыяждарына (ОДН) сығымдарҙы иҫәпләүгә ҡағылышлы ил күләмендәге ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр индерелде. Был бик күп һорау тыуҙырҙы, фекер алышыуҙар сәбәпсеһе булды. Беҙ ысынбарлыҡта хәлдең нисек булыуын белештек.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн «яңыса» түләүгә бәйле өс төп уйҙырмаТорлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн «яңыса» түләүгә бәйле өс төп уйҙырма
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн «яңыса» түләүгә бәйле өс төп уйҙырма

1-се уйҙырма. Башҡортостанда тағы ла фатир өсөн түләү арта

Был дөрөҫ түгел. Тарифтар арттырылмай, идарасы компанияның хоҡуҡтары һәм бурыстары үҙгәрмәй. Эш шунда: 1 сентябрҙән бөтә ил буйынса коммуналь хеҙмәт өсөн түләү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Әммә бөтә нәмә өсөн түгел, был бары тик электр утына һәм һыуға, аныҡлап әйткәндә, дөйөм йорт ихтыяжына бәйле сығымдарға ғына ҡағыла. Квитанцияла ул «ОДН» тип билдәләнә.

Һеҙ көн һайын душ ҡабул итәһегеҙ, һауыт-һаба йыуаһығыҙ, телевизор ҡарайһығыҙ, электр уты менән файҙаланаһығыҙ. Был мәнфәғәттә ҡулланылған һыу һәм электр өсөн иҫәпләү ҡорамалдарының күрһәткесенә ярашлы түләйһегеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта подъезды яҡтыртыу, лифтты эшләтеү, ҡаттар араһындағы баҫҡыстарҙы йыуыу, йылытыу миҙгеле алдынан торбаларҙы таҙартыу, йорт янындағы газондарға һыу һибеүгә бәйле сығымдар ҙа бар. Тап ошолар дөйөм йорт сығымдарын тәшкил итә. Ул фатирҙа нисә кеше йәшәүгә ҡарап түгел, ә торлаҡтың майҙанына ҡарап түләнә. Был хаҡта Торлаҡ кодексында яҙылған һәм ул ҡағиҙәне йорт идаралығы йәки милекселәрҙең дөйөм йыйылышы ҡарары менән үҙгәртеп булмай.
Мәҫәлән, йорттоң дөйөм иҫәпләү ҡорамалы күрһәтеүенсә, ай дауамында 1050 литр һыу тотонолған, ә йәшәүселәр үҙҙәренең иҫәпләгестәре буйынса 1000 литр өсөн аҡса түләгән. Тимәк, «артыҡ» 50 литр тап ана шул дөйөм йорт сығымы була.
Элек беҙ, торлаҡ милекселәре, был сығымды өлөшләтә, йәғни нормативҡа ярашлы түләй инек. Шартлыса әйткәндә, 30 литрын – йортта йәшәүселәр, ҡалғанын – идарасы компания. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, хәҙер йортта йәшәүселәр уны тулыһынса үҙҙәре түләй. Был берҙән-бер яңылыҡ, башҡа төрлө үҙгәрештәр юҡ! Подъезды йылытыуға бәйле дөйөм йорт сығымдарын иҫәпләү ҙә элеккесә ҡала.

Яңылыҡ тураһында тулы мәғлүмәткә эйә булырға теләһәгеҙ, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 3 февралендә ҡабул иткән 92-се ҡарары менән яҡындан танышығыҙ.
Түләүҙәр күпмегә артыр – аныҡ ҡына әйтеп булмай. Әгәр йортта йәшәүселәр ресурстарҙы һаҡсыл ҡулланһа, бөтөнләй артмауы ла бар. Иҫәпләү өсөн иң ябай ысул – идарасы компанияға мөрәжәғәт итеп, һуңғы бер йылда дөйөм йорт сығымдарының ай һайын күпме булыуын һәм идарасы компанияның нисә һум түләүен белешергә мөмкин. Тап ошо сумма фатир хужаларына торлаҡ майҙанына ҡарата бүлеп өҫтәләсәк.

2-се уйҙырма. Беҙ бурыслы күршеләр өсөн дә түләйәсәкбеҙме?

Юҡ, был дөрөҫ түгел! Әгәр күршегеҙ һыу һәм электр уты өсөн ваҡытында түләмәһә, уның бурысы һеҙгә һалынмай. Һеҙ дөйөм йорт сығымдарын ғына түләйһегеҙ. Әйҙәгеҙ, хәлде Рәшит бабай миҫалында ҡарайыҡ.

1. Рәшит бабайҙың фатирында иҫәп­­ләгес тора. Ул ай һайын күрһәткестәрҙе теүәл бирә һәм түләй. Был осраҡта бер ниндәй ҙә һорауға урын ҡалмай.

2. Рәшит бабайҙың иҫәпләгесе бар, әм­мә ул үҙенең идарасы компанияһына ваҡытында күрһәткестәрҙе бирмәй. Һөҙөмтәлә уның сығымдары нормативҡа ярашлы иҫәпләнә. Был һандар һәр муниципалитетта төрлөсә. Мәҫәлән, Өфөлә бер кешегә айына биш кубометр һыуыҡ һыу һәм өс кубометр йылы һыу ҡаралған. Тәү ҡарашҡа артыҡ күп тә түгел кеүек, әммә ысынбарлыҡта, уртаса статистика буйынса, кеше ул тиклем һыу ҡулланмай. Был осраҡта дөйөм йорт сығымдарына бер нимә лә тәьҫир итмәй.

3. Рәшит бабай иҫәпләү ҡо­ра­ма­лын­дағы һандарҙы кәметеп күрһәтә. Өс кубометр тотона, ә берәү өсөн түләй. Был осраҡта ҡалған ике кубометр һыу дөйөм йорт сығымы булараҡ күренә һәм асылда уның өсөн намыҫлы торлаҡ хужалары түләй.
Был хәлгә ҡаршы нисек көрәшергә? Ярты йылға бер тапҡыр һыу һәм электр уты менән тәьмин итеүселәр фатирҙар буйлап йөрөп, иҫәпләү ҡорамалдарының күрһәткестәрен тикшерергә тейеш. Әгәр идарасы компанияға бирелгән һәм ысынбарлыҡтағы күрһәткестәр араһында айырма булһа, Рәшит бабайға ошо өлөштө түләргә ҡушасаҡтар, һөҙөмтәлә дөйөм йорт сығымдары шул суммаға кәмерәк була.
Ә бына иҫәпләгестәргә һәр төрлө ҡорамалдар өҫтәп ҡуйып, һыу урлау менән шөғөлләнгән бурҙар менән нимә эшләргә? Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре милекселәр йыйылышын үткәреп, бөтә фатирҙарҙа ла антимагнит пломбалар ҡуйырға кәңәш итә. Был артыҡ ҡиммәткә төшмәй, уның ҡарауы һөҙөмтәле. Иң мөһиме – нисек эшләүен белергә һәм һаҡлыҡ сараларын теүәл үтәргә.

4. Әгәр Рәшит бабайҙың иҫәпләгесе бул­ма­һа, ул крандарҙы япмай ҡалдырһа, төҙөк булмаған унитазынан һәр ваҡыт һыу ағып торһа һәм уға ярты биҫтә халҡы йыуынырға йөрөһә – был инде иң ҡатмарлы осраҡ. Уға норматив буйынса һигеҙ кубометр һыу өсөн түләү билдәләнә, ә ысынбарлыҡта сығым ун кубометр булыуы ихтимал. Был осраҡта күршеләр фатирҙа нисә кеше йәшәүен билдәләү тураһында акт төҙөй ала. Ошо документҡа ярашлы, бабайға, фатирында йәшәүселәр иҫәбенән сығып, тотонолған һыу өсөн өҫтәмә түләү билдәләнә.

3-сө уйҙырма. Дөйөм йорт сығымдарын түләмәҫкә лә мөмкин

Килеп сыҡмаясаҡ. Был – фатир милекселәренең бурысы һәм ул хаҡта Торлаҡ кодексында айырып әйтелгән. Шуға күрә дөйөм йорт сығымдарын түләмәү үҙ фатирыңдың коммуналь сығымдарын түләмәү кеүек хоҡуҡ боҙоу һанала. Был осраҡта коммуналь ресурс менән тәьмин итеүсе судҡа мөрәжәғәт итә ала.

ИҒТИБАРҒА АЛЫҒЫҘ
Милекселәр йыйылышын нисек үткәрергә

  Күп фатирлы йортта йыйылыш үт­кә­реүҙе һәр милексе ойоштора ала. Быны идарасы компания менән берлектә эшләү отошло, сөнки милекселәрҙең исемлеге һәм уларҙың фатирҙағы өлөшөнөң күләме кәрәк була. Был бик мөһим, ни өсөн тигәндә, тауыштар фатир буйынса түгел, ә квадрат метрҙарға ярашлы иҫәпкә алына. Мәҫәлән, 100 квадрат метрлы фатирға эйә булған бер кешенең тауышы 25-әр квадрат метрлы дүрт милексенең тауышына тиң.
  Бөтә милекселәрҙе йыйылыш ту­раһында кәм тигәндә 10 көн алдан иҫкәртеү шарт.
  Йортта йәшәүселәргә бер мәлдә бер урынға йыйылыу мотлаҡ түгел. Ситтән тороп ҡатнашырға ла мөмкин, йәғни теләге булған берәй кеше фатирҙар буйлап йөрөп, ҡултамға йыя ала.
  Әгәр милекселәрҙең дөйөм йорт майҙанының яртыһына һәм +1 квадрат метрына тиң өлөшө тауыш бирһә, йыйылыш ғәмәлдә булған тип иҫәпләнә. Протоколды идарасы компанияға һәм ресурс менән тәьмин иткән ойошмаға бирергә кәрәк.

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас