

Алан Викторович ҡала мэры Рөстәм Ғәзизов менән бергә тәү сиратта “Башҡорт ихаталары” төбәк программаһы сиктәрендә яңыртылған Голиков урамында урынлашҡан ихатаны барып ҡараны һәм Ашҡаҙар йылғаһы буйында барған эштәр менән танышты. Бынан тыш ул шулай уҡ 1-се гимназияның Ибраһимов урамындағы яңы уҡыу корпусында реконструкция эштәрен дә тикшерҙе.
Вице-премьер булып үткән объекттарҙың һәр береһендә эштәр план буйынса бара. Шул уҡ ваҡытта ҡапыл килеп сыҡҡан мәшәҡәттәр ҙә юҡ түгел. Әйтәйек, гимназия корпусында реконструкция үткәрелгәс, стеналарҙа, баҫҡыстарҙа быға тиклем планлаштырылмаған үҙгәрештәр килеп сыға, улар тиҙ арала хәл ителә бара. Алан Викторович был ремонттарҙың, үҙгәрештәрҙең һәммәһен дә ҡарап сыҡты һәм бигерәк тә башҡарылған эштәрҙең сифатына иғтибар итте.
Был көндө Алан Марзаев шулай уҡ, алдан иҫкәртмәйенсә, ҡалалағы бер нисә күп ҡатлы йорт ихаталарының тәртибен дә барып тикшерҙе һәм күргәндәре буйынса дәғүә белдерҙе. Атап әйткәндә, был ихаталарҙа (көҙ булыуға ҡарамаҫтан) ул билдән үҫеп ултырған үләнгә тап булды.
– Ҡалала яңы объекттар буйынса эштәр яҡшы бара, әммә тәртип бөтә ерҙә лә булырға тейеш, идаралыҡ компаниялары ихаталарығыҙҙы тиҙ арауыҡта тәртипкә килтерһен, – тине Алан Марзаев.
Ысынлап та, яңы объекттар барлыҡҡа килә, ҡала йөҙө матурлана, ә бына булғанды һаҡлау, ҡәҙерләп тотоу һорау тыуҙыра. Айырыуса идаралыҡ компанияларына һәр ваҡыттағыса һорауҙар күп. Ошонда, шул ихаталарҙа урынлашҡан йорттар-ҙа йәшәгән халыҡтың мөрәжәғәтен ҡәнәғәтләндерер өсөн һәр ваҡыт был ихатаға мэр, республика етәкселәре йәки прокуратура килергә тейешме икән ни?!.
Эш сәфәренә әйләнеп ҡайтҡанда, Алан Викторович яңы объекттар ваҡытында тапшырылып, объект ҡатнашҡан дәүләт программалары шарттары аҙағына тиклем үтәлергә тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәмил МАНСУРОВ.
Валентина НАСОНОВА фотолары.