Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2022, 10:00

Асҡар Абдразаҡов Донбасста сығыш яһаны

Мәшһүр яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Асҡар Абдразаҡовтың Луганск ҡалаһы көнө уңайынан уҙғарылған ҙур саралағы сығышын яратып ҡабул иткән Донецк халыҡ республикаһы тамашасылары. 

Асҡар Абдразаҡов Донбасста сығыш яһаныАсҡар Абдразаҡов Донбасста сығыш яһаны
Асҡар Абдразаҡов Донбасста сығыш яһаны

Сәхнәнән Мөслим Могамаев һәм Иосиф Кобзон репертуарынан йырҙар яңғыраны. Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡовты Донецк халыҡ республикаһында ла алҡышлағандар. Яҡташыбыҙ төҙөкләндерелгәндән һуң «Саур-могила» мемориал комплексын асыу тантанаһында ҡатнашҡан.

Луганск ҡалаһының 227 йыллығы Владимир Ленин исемендәге мәҙәниәт һарайында үтте. Республикала хәрби тәртип һаҡланыуға бәйле асыҡ һауалағы күләмле саралар үткәрелмәй. Залда ҡала көнө уңайынан Луганск халыҡ республикаһы башлығы Леонид Пасечник телмәр тотто. Ул ауыр мәлдә ярҙам ҡулы һуҙған Рәсәй халҡына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Фото: "Башинформ"дан.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас