Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 12:45

Һалымығыҙҙы ваҡытында түләп ҡуйығыҙ!

Башҡортостан һалым  органдары 2021 йылға  һалым түләү өсөн белдереү ҡағыҙҙары ебәрә башланы.

Башҡортостанда физик шәхестәрҙең мөлкәтенә, транспорт һәм ер өсөн һалым һәм 2021 йылға физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары ебәреү кампанияһы старт алды.

Әлеге ваҡытта Федераль һалым хеҙмәте сайтында  һалым түләүселәргә улар өсөн уңайлы ваҡытта һалым буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинселек биреүсе 60-тан ашыу  интерактив сервис эшләй.

Һалымдарҙы ваҡытында түләргә мөмкинлек биргән иң ҙур ихтыяж менән ҡулланылған веб-ресурстар иҫәбендә   - «Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет» һәм «Физик шәхестәрҙең һалымдарын һәм пошлиналарын түләү».   

Шәхси кабинет менән ҡулланыусылар һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙарын электрон рәүештә (сервис эсендә) аласаҡ. Әлегә сервиста теркәлмәгән һалым түләүселәргә белдереү ҡағыҙҙары почта аша ебәреләсәк.

Һалым тураһында  белдереү ҡағыҙында һалымдың күләме һәм уны түләү тураһында мәғлүмәт (QR-код, штрих-код, УИН, түләү өсөн банктың реквизиттары) күрһәтеләсәк. Шулай итеп, түләүсе һалымын түләү өсөн үҙенә уңайлы алымды үҙ аллы билдәләй.

Әгәр һалым тураһында белдереү ҡағыҙындағы мәғлүмәттәр милек объекттары тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирлелмәһә йәки  ҡайһы бер ҡушымталар талап ителһә, ул саҡта дәлилдәрҙе асыҡлау өсөн   мәғлүмәттәрҙе туранан-тура  «Шәхси кабинет»тан ебәрергә кәрәк.

Һалым тураһында  белдереү ҡағыҙында күрһәтелгән мөлкәткә һалым суммаһын  мотлаҡ 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмай түләп ҡуйырға кәрәк.

Р.ЗАМАНОВА.

Һалымығыҙҙы ваҡытында түләп ҡуйығыҙ!
Һалымығыҙҙы ваҡытында түләп ҡуйығыҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас