Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2022, 18:00

Машина эшләү тарихыбыҙ бай беҙҙең!

Хөрмәтле Машина эшләү тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Машина эшләүселәр көнө менән ихлас ҡотлайым!

Беҙҙең машина эшләү предприятиелары тарихы менән ғорурланырға хаҡыбыҙ бар! Улар һәр ваҡытта ла сифатлы һәм конкурент һәләтле продукция етештереүсе юғары класлы белгестәре менән дан тотто.

Беҙҙең машина эшләүселәребеҙҙең тырыш һәм яйға һалынған хеҙмәте арҡаһында төрлө тармаҡ пред-приятиелары һәм ойошмалары өҙлөкһөҙ етештереү процесы һәм юғары сифатлы продукция менән тәьмин итеп тороусы тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Ирешелгән  уңыштар менән сикләнмәйенсә, иң яҡшы традицияларыбыҙҙы һаҡлауығыҙҙы һәм байытыуығыҙҙы теләйем.

Хөрмәтле машина эшләүселәр, ысын күңелдән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, имен тормош һәм эшегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләйем! Байрам менән!

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

ҡала округы хакимиәте башлығы.

Машина эшләү тарихыбыҙ бай беҙҙең!
Машина эшләү тарихыбыҙ бай беҙҙең!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: