Ашҡаҙар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2022, 09:40

Кескәй йөрәктәргә асҡыс таба белгәнегеҙ өсөн рәхмәт!

Хөрмәтле мәктәпкәсә белем биреү системаһы хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ.

Был көндө беҙ, кемдәр мәктәпкәсә белем биреү системаһы менән бәйле, һәммәһен дә – тәрбиәселәрҙе һәм уларҙың ярҙамсыларын, музыкаль етәкселәрҙе, методистарҙы, педагог-психологтарҙы, физик белем биреү етәкселәрен ҡотлайбыҙ. Беҙҙең балаларыбыҙҙың яҙмышы һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙҙән, иғтибарығыҙҙан һәм хәстәрегеҙҙән, уяулығығыҙҙан һәм түҙемлегегеҙҙән тора. Нәҡ бала саҡта төп рухи ҡиммәттәргә һәм тормошта йүнәлеш алыуға нигеҙ һалына.

Ҡәҙерле балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәм балаларға сикһеҙ һөйөүегеҙ, һәр баланың йөрәгенә асҡыс таба белгәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!

Бөтөн күңелемдән һеҙгә ижади һәм һөнәри уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы һәм именлек теләйем!

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

 ҡала округы хакимиәте башлығы.

 

Кескәй йөрәктәргә асҡыс таба белгәнегеҙ өсөн рәхмәт!
Кескәй йөрәктәргә асҡыс таба белгәнегеҙ өсөн рәхмәт!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: