Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2022, 11:30

Башҡортостан халҡы өлөшләтә мобилизация тураһында нимә белергә тейеш

Дәүләт Башлығы өлөшләтә мобилизация тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Беҙ әлеге сәғәткә был хаҡта билдәле булған иң мөһим, дөрөҫ һәм көнүҙәк мәғлүмәтте барланыҡ.

Башҡортостан халҡы өлөшләтә мобилизация тураһында нимә белергә тейешБашҡортостан халҡы өлөшләтә мобилизация тураһында нимә белергә тейеш
Башҡортостан халҡы өлөшләтә мобилизация тураһында нимә белергә тейеш

Мобилизация ни өсөн кәрәк
– Рәсәй әлеге көндә Көнбайыштың бөтә коллектив хәрби машинаһына ҡаршы тора, хәрби бәрелеш һыҙығы мең километрҙан аша, – тип белдерҙе үҙенең мөрәжәғәтендә Владимир Путин.
Шул уҡ мәлдә, Президент билдәләүен- сә, хәрби операцияның маҡсаты үҙгәреш- һеҙ ҡала – «Донбастың барлыҡ биләмә- һен азат итеү». Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу «мобилизация Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең әлеге көнгә азат ителгән биләмәләрендә контролде тәьмин итеү өсөн» иғлан ителде, тип аңлатма бирҙе.


Кемдәрҙе саҡырасаҡтар?
Дәүләт Башлығы Указын тормошҡа ашырыу өсөн республика етәкселеге мобилизация штабы булдырҙы. Кесаҙна көнө иртәнсәк республика халҡына Радий Хәбиров мөрәжәғәт итте. Ул мобилизацияның кемдәргә ҡағылыуын аңлатып:
– Мобилизация тураһында ҡарар бөтә ир-егеттәргә лә ҡағылмай. Бында һүҙ запастағы, хәрби тәжрибәгә, хәрби-иҫәп специальносына, ныҡлы һаулыҡҡа эйә кешеләр тураһында бара. Резервта тороусылар уларҙы Тыуған ил үҙ именлеген һаҡларға саҡырыуы ихтимал булыуын һәр ваҡыт белде һәм быға әҙер булды. Шундай ваҡыт килде, – тине.
Сергей Шойгу «Рәсәй-24» телеканалы аша белдереүенсә, бөтә ил буйынса яҡынса 300 мең кешене саҡырыу күҙаллана. Был хәрби резервтың 1 процентына тиң. Барыһын да бер юлы түгел, ә ихтыяжға ҡарап саҡырасаҡтар. Тәүге этапта 137 мең резервист кәрәк була. Башҡортостандан күпме булыры әлегә билдәһеҙ.
– Рәсәй – ул беҙ: рустар, башҡорттар, татарҙар, мариҙар, удмурттар, сыуаштар һәм быуаттар дауамында дуҫлыҡ-татыулыҡта йәшәгән йөҙҙәрсә башҡа милләттәр. Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә уртаҡлашабыҙ, Ватанды һаҡлауға ла бергә баҫабыҙ. Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов, Александр Достовалов, Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов һәм Игорь Нәсибуллин кеүек. Донбастағы туғандар менән иңгә-иң терәп, нацистарға һәм ялланыусыларға ҡаршы көрәшкән меңдәрсә Рәсәй хәрбие һәм доброволецы кеүек, – тине Радий Хәбиров.
«Россия-24» телеканалында Сергей Шойгу белдереүенсә, мобилизация тәү сиратта хеҙмәт иткән, хәрби тәжрибәгә эйә булғандарға ҡағыла. Студенттарҙы саҡырыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, улар быға тиклем нисек уҡыған, артабан да шулай дауам итә ала. 1 октябрҙә Рәсәйҙә башланасаҡ хәрби саҡырылыш буйынса хеҙмәткә юлланасаҡ егеттәргә лә мобилизация ҡағылмай. Саҡырыу буйынса хеҙмәттәгеләрҙе Украиналағы хәрби операцияға ебәрмәйәсәктәр, улар элеккесә Рәсәй биләмәһендә әрме бурысын үтәйәсәк.
Шулай уҡ, Указға ярашлы, хәрби хеҙмәт үтеү тураһында быға тиклем төҙөлгән контракттар өлөшләтә мобилизация тамамланғанға тиклем ғәмәлдә була. Ул өс төрлө сәбәп менән өҙөлә ала: билдәле бер йәшкә етеү, һаулыҡ торошо буйынса һәм енәйәт өсөн иректән мәхрүм итеү тураһында суд ҡарары нигеҙендә.


Саҡырыу тураһында хәбәр нисек тапшырыла?
Ҡайһы бер ир-егеттәр быға тиклем үк мобилизация осрағына тип әҙерләнгән мәғлүмәт алғайны. Унда мобилизация иғлан ителгән хәлдә ҡасан, ҡайҙа барырға икәнлеге билдәләнгән ине. Талаптарға яуап биргәндәр (йәғни хәрби хеҙмәт үткәндәр, ҡорал менән эш итә белгәндәр) повестканы йәшәү йәки эш урыны буйынса аласаҡ. Дәүләт хеҙмәттәре аша саҡырыу тураһында хәбәр ебәрелмәй. РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан белдереүҙәренсә, был эш планға алынмаған һәм уны башҡарыу өсөн хоҡуҡи нигеҙ юҡ.
Эске эштәр министрлығында, полиция һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре урамда, юл- да ир-егет водителдәрҙе эҙәрлекләйә- сәк, тигән хәбәрҙе лә кире ҡаҡтылар. Шуға күрә тик рәсми мәғлүмәттәргә ышанығыҙ.
Йәшкә һәм хәрби дәрәжәгә ҡарап, запастағылар өс разрядҡа бүленә. Үҙ разрядығыҙҙы белеү өсөн хәрби билетығыҙҙың 11-се битен ҡарағыҙ. Категориялар 1, 2, 3 һандары менән билдәләнә. Сиратты беҙҙең инфографиканан ҡарап белә алаһығыҙ.


Саҡырылғандарҙың эш урыны менән нимә була?
Повестка алған ир-егет был хаҡта етәкселеген иҫкәртә. Эш биреүсе тулыһынса хеҙмәт хаҡын, ҡулланылмаған отпуск һәм эштән сығыуға бәйле пособие түләй, әммә әлеге эш урыны һеҙгә беркетелгән булып ҡала. Урынығыҙға икенсе кешене алыуҙары ихтимал, ләкин һеҙ кире килгәс, уның менән төҙөлгән килешеү өҙөлә. Хеҙмәт кодексына индереләсәк был үҙгәрештәр «Берҙәм Рәсәй» тарафынан әҙерләнгән һәм ошо көндәрҙә ҡабул ителәсәк. Был эштәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың декрет ялына китеү схемаһына оҡшаш.
Армияға планлы рәүештәге саҡырылыштан айырмалы рәүештә, мобилизация ҡағылған ир-егеттәргә контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә кеүек үк эш хаҡы түләнә. Уның күләме хәрби дәрәжәгә, һөнәргә, башҡарған бурысҡа һәм башҡаларға бәйле.
Икенсе төрлө итеп әйткәндә, улар яңы эшкә – хәрби хеҙмәткә урынлаша, йәғни контракт буйынса хеҙмәт иткән осраҡтағы хоҡуҡтарға, бурыстарға, ташламаларға һәм түләүҙәргә эйә була.
Әгәр ипотекағыҙ йәки кредитығыҙ булһа, уны яңы эш хаҡынан түләй башлайһығыҙ. Шулай уҡ «кредит ка- никулы» алыу мөмкинлеге лә бар. Рәсәй Үҙәк банкы барлыҡ банктарға ошондай тәҡдим менән сыҡты, яҡын арала ул закон менән нығытыласаҡ. Шулай уҡ Дәүләт Думаһында мобилизация буйынса саҡырылыусыларҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау буйынса башҡа төрлө закон проекттары ла әҙерләнгән. Улар тураһында яҡын арала һөйләрбеҙ.


Ил эсендә һәм сит илдәргә йөрөргә яраймы?
Әлегә рәсми аңлатмалар юҡ.
– Өлөшләтә мобилизация осрағында йәшәү урынынан китеүҙе тыйған юридик нигеҙ юҡ, ул повестка алғандан һуң ғына ғәмәлдә була, – тип аңлатты «РИА Новости»ға РФ Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса ағза Кирилл Кабанов.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙең хәрби комиссарҙары мобилизация ҡағылған граждандарға теркәлгән тораҡ пунктынан сығыуҙы тыйыу тураһында документ ҡабул итте. Был мәҡәлә әҙерләнгәндә Башҡортостанда был хаҡта мәғлүмәт юҡ ине.
Беҙҙән кәңәш: әгәр өлөшләтә мобилизация һеҙгә ҡағыла тип уйлаһағыҙ, әммә әлегә повестка алмаған булһағыҙ, законға бәйле проблемаларға юлыҡмаҫ өсөн өйҙә булыу яҡшыраҡ.

Башҡортостан халҡы өлөшләтә мобилизация тураһында нимә белергә тейеш
Башҡортостан халҡы өлөшләтә мобилизация тураһында нимә белергә тейеш
Автор:
Читайте нас