Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Октябрь 2022, 04:05

“ИКМӘК КҮРМӘЙ, ЯЛАН АЯҠ ЙӨРӨП ҮҪТЕК...” Фәриҙә инәй Гәрәева иңенә күп һынауҙар төшә

...Күҙҙәре көлөп, йөҙө балҡып тора! Әйтерһең дә бер ҡайғы-хәсрәт күрмәгән, бар ғүмере тик шатлыҡҡа сорналған уның. Тик... Ауыр һуғыш йылдары, аслыҡ, күптәр күтәрә алмаҫлыҡ ауырыуҙар – яман шеш, инфаркт, бала ҡайғылары... Был тормоштоң иң әсе һынауҙарын үҙ йөрәге аша үткәргән ул. Әммә бирешмәгән, бөгөлмәгән, һынмаған. Стәрлетамаҡта йәшәүсе, ошо йәй 90 йәшен билдәләгән рухы ныҡ Фәриҙә инәй ГӘРӘЕВА хаҡында һүҙебеҙ.  

“ИКМӘК КҮРМӘЙ, ЯЛАН АЯҠ ЙӨРӨП ҮҪТЕК...” Фәриҙә инәй Гәрәева иңенә күп һынауҙар төшә“ИКМӘК КҮРМӘЙ, ЯЛАН АЯҠ ЙӨРӨП ҮҪТЕК...” Фәриҙә инәй Гәрәева иңенә күп һынауҙар төшә
“ИКМӘК КҮРМӘЙ, ЯЛАН АЯҠ ЙӨРӨП ҮҪТЕК...” Фәриҙә инәй Гәрәева иңенә күп һынауҙар төшә

Ғафури районының Оло Үтәш ауылында донъяға килеп, шунда үҫеп буй еткергән Фәриҙә инәйҙе тормош иркәләмәй. Биш балалы ғаиләлә дүртенсе булып тыуған ул, ике ағаһы һуғышҡа алынғас, ул ата-әсәһенең төп терәге, таянысы була. Ун йәштән генә тиҫтерҙәре менән хужалыҡҡа эшкә егелә. Ишле ғаиләлә ашарға ла, кейергә лә етешмәй. Шулай ҙа колхозда ниндәй эш ҡушалар, шунда ты-рышып эшләй: ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә лә аяғында резинка итек кейеп сусҡа ҡарау, әллә нисә гектарға һуҙылған сөгөлдөр баҫыуында эшләү, иген сәсеүҙәр, ураҡ урыуҙар – һуғыш йылдарындағы бөтөн ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татый ул. “Икмәкте бөтөнләй күрмәй торғайныҡ, үлән ашап, серек картуф менән көн иттек. Таң беленер-беленмәҫ эшкә сыға инек, ялан аяҡ йөрөнөк…” – тип үткәндәрҙе иҫкә ала ул.

– Ике ағайымды ла һуғышҡа алдылар. 19 йәшлек кенә Ғәбдрәүеф тигән ағайым һуғыш яланында ятып ҡалды, Барый тигәне өс тапҡыр һуғышҡа алына, беренсе тапҡыр алынып аяғы яраланып ҡайта, икенсе тапҡыр контузия алып ике ҡолағы ишетмәй, аҙаҡтан ҡолағы әҙерәк асыла биргәс, өсөнсө тапҡыр һуғышҡа алып китәләр. Бәхеткә күрә, һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты ул. Өйләнеп, алты бала үҫтереп, 80 йәшендә донъя ҡуйҙы. Ә бына бер ауылда үҫеп, бергә уйнаған 25 ҡыҙ һәм 20 малай араһынан бөгөнгө көндә беҙ бер әхирәтем менән икәү генә иҫән ҡалдыҡ инде... – тип хәтерләй инәй ул йылдарға әйләнеп ҡайтып.

Бала саҡтан бергә уйнап, бергә үҫкән ауылдашы Әхнәфкә кейәүгә сыға. Тормош иптәше ауылда колхозда эшләп йөрөгәндән һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһына төҙөүсе булып эшкә сығып китә. 1961 йылда ғаиләһен дә бергә бында күсерә, ул ваҡытта инде Гәрәевтарҙың ғаиләһендә бер улдары Алик үҫеп килгән була. Бында йәшәй башлағас, ғаиләләре тағы ла ишәйә, улар тағы ла дүрт ир-балаға – Альберт, Айрат, Абдулла һәм Айҙарға ғүмер бирә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш һәр кемгә тиерлек һынауҙарын ебәреп кенә тора. Шулай итеп, Фәриҙә менән Әхнәф Гәрәевтар ике йәшлек кенә Абдулла тигән улдарын ер ҡуйынына тапшыра.

– Хәҙер балаларымдың нисек үҫкәндәрен уйлай башлаһам, күҙҙәремә йәш тула. Шул саҡтарҙағы ваҡыттар күҙ алдына баҫа. Бишенсе улымды ҡырҡ йәшемдә генә таптым. Уға дүрт йәш булғанда минең түшемдә яман шеш барлығы асыҡланды. Оҙаҡ ваҡыт дауаханала ятырға тура килде. Тормош иптәшем шофер булып эшләй ине, иртә таңдан сығып китә, ҡояш байығас ҡына эштән ҡайта, оҙон рейстарға йөрөй. Улдарым үҙҙәре генә донъя көттө, мәктәпкә йыйынып, бәләкәсте балалар баҡсаһына алып барып... Шул ваҡыттарҙа телефон юҡ, бер нисек тә хәлдәрен белеп булмай. Бер мәл хәлем әҙерәк яҡшырғас, табиптан: “Бер сәғәткә генә булһа ла ҡайтарығыҙ инде, балаларымдың хәлдәрен генә белгем килә”, – тип һорап ҡайттым. Бөгөнгөләй күҙ алдымда шул, аш-һыу бүлмәһенә үтеп, кәстрүлде ҡарап торам, уның төбөндә ҡатҡан өс макарон ята. Уландарым бешермәйенсә сей макаронға шыйыҡ май ҡойоп ҡына ашаған булғандар. Нисек кенә үҙҙәре йәшәгәндәрҙер, хәҙер уйлайым да аптырайым, – ти күҙ йәштәрен саҡ тыйып Фәриҙә инәй.
Ошо яман ауырыуҙан алда Фәриҙә Динислам ҡыҙы элекке “Каучук” стадионында 17 йыл ҡарауылсы булып эшләгән. Шунан һуң, уға икенсе төркөм инвалидлыҡ биргәндәр.

Фәриҙә һәм Әхнәф Гәрәевтар балаларының бәхетенә төрөнөп, уларҙы кеше итеп, изгелек-игелектәрен күреп, алтын юбилейҙарын билдәләп, 54 йыл бергә йәшәп өлгөрә. Артабан да йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Юҡ шул, яҙмыш йәнә үҙ ҡанундарын ҡуя, бынан туғыҙ йыл элек Әхнәф ағай донъя ҡуя, уның артынса барыһын да ҡайғы-хәсрәткә һалып, Альберт улдары ла үлеп китә...

90 йәше тулыуына ҡарамаҫтан, әңгәмәсем һаман да баҡса эштәре менән булыша, улдарына ярҙамлаша. Иман юлын үҙ иткән ул, биш намаҙын ҡалдырмай.
– Шөкөр, улдарымдан да, ки-лендәремдән дә уңдым, һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, бына тигән итеп донъя көтә. Әхнәфем гел миңә балалар ас йөрөмәһен, башҡа әйбер булмаһа булмаһын, әммә балаларҙың тамағы туҡ булһын, беҙ күргән аслыҡты улар күрмәһендәр, ти торғайны. Ысынлап та, балаларҙың туҡ булыуы, уларҙың шат тауышы, һаулыҡ һәм тыныслыҡ иң ҙур бәхет бит ул! – ти Фәриҙә Гәрәева.
Төшөнкөлөккә бирелмәй 90 йәшлек инәй, ғаиләһенең алдағы көндәрен хәстәрләп йәшәй. Бөгөнгө көндә уның биш ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәләре бар. Алыҫтағы балалары һәм ейәндәре менән кеҫә телефоны аша аралашып тора ул.
Быуындар бәйләнешен һаҡлай белгәне, ил алдындағы оло хеҙмәте өсөн Фәриҙә Динислам ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ. Уның йөҙөндә барлыҡ оло йәштәгеләрҙе байрамдары менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, сикһеҙ бәхетле көндәр һәм тағы ла күп ғүмер миҙгелдәре теләйбеҙ!

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Автор:
Читайте нас